Рух
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ноябрь 2022, 09:16

БАШҠОРТОСТАН ХӨКҮМӘТЕ ҺАУЛЫҠ МӨМКИНЛЕКТӘРЕ СИКЛЕ КЕШЕЛӘРҘЕ ЭШКӘ УРЫНЛАШТЫРЫУ БУЙЫНСА ЙҮНӘЛЕШТӘРҘЕ БИЛДӘЛӘНЕ

8 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров «Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау. «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» беренсе асыҡ форум-күргәҙмәһе сиктәрендә яңы саҡырыуҙар һәм ҡарарҙар» пленар ултырышында ҡатнашты. Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республика Хөкүмәте рәйесе «Инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу – бизнестың социаль яуаплылығы элементы» темаһына сығыш яһаны.

БАШҠОРТОСТАН ХӨКҮМӘТЕ ҺАУЛЫҠ МӨМКИНЛЕКТӘРЕ СИКЛЕ КЕШЕЛӘРҘЕ ЭШКӘ УРЫНЛАШТЫРЫУ БУЙЫНСА ЙҮНӘЛЕШТӘРҘЕ БИЛДӘЛӘНЕ
БАШҠОРТОСТАН ХӨКҮМӘТЕ ҺАУЛЫҠ МӨМКИНЛЕКТӘРЕ СИКЛЕ КЕШЕЛӘРҘЕ ЭШКӘ УРЫНЛАШТЫРЫУ БУЙЫНСА ЙҮНӘЛЕШТӘРҘЕ БИЛДӘЛӘНЕ

«Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик инициативалар агентлығы»ның генераль директоры Светлана Чупшева түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте. Ул тап комплекслы ҡараш һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе уңышлы реабилитациялау нигеҙе булып торасағын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Инвалидлығы булған кешеләрҙең 70 проценты самаһы тулы күләмдә тәрбиәләү сараларына, медицина һәм социаль реабилитацияға, ә шуларҙың 38 проценты техник реабилитация саралары менән тулыһынса тәьмин ителмәгәнлеген билдәләне. Илдә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең 14% кәмерәге эшкә урынлаштырылған. Күреүебеҙсә, үҫеш, был өлкәне яҡшыртыу өсөн ҙур потенциал бар һәм форум сиктәрендә бөтә был мәлдәр, бөтә аспекттар эксперттар һәм белгестәр менән бергә тикшереләсәк, тейешле ҡарарҙар тәҡдим ителәсәк, тине Светлана Чупшева.

Андрей Назаров, бизнестың социаль яуаплылыҡтың мөһим аспекты булып, әлбиттә, «үҙенсәлекле» кешеләрҙе эшкә урынлаштырыу, уларҙың профессиональ үҫеше өсөн шарттар булдырыу тора, тип билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, республика предприятиелары бында яҡшы традициялар менән айырылып тора. Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә бөгөн 346 инвалид фрезеровщик, токарь һәм шымартыусы булып уңышлы эшләй. Уларҙың яртыһы тиерлек-ишетеү һәләте буйынса инвалидтар. «Альтернатива» пластмасса изделиелар заводы ғәҙәттәгесә инвалидтарға ҙур хәйриә ярҙамы күрһәтә. Бында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 54 хеҙмәткәр эшләй. «Пакер» ғилми-етештереү фирмаһының мәҙәниәт етештереү һәм социаль сәйәсәт өлкәһендә тәжрибә алмашыу өсөн күп йыллыҡ асыҡ майҙансыҡ булып тороуын да әйтеп үтте. Бында хеҙмәткәрҙәрҙе хәйриә проекттарына йәлеп итеү буйынса бай тәжрибә тупланған. 18 инвалид эшкә урынлаштырылған. «Газпром трансгаз Өфө» компанияһының  социаль курсы оҙаҡ йылдар тормошҡа ашырыла, был Рәсәй кимәлендә лә юғары баһаланды.

Бөгөн стратегик башланғыстар агентлығы менән берлектә Башҡортостанда «Бөтәһе өсөн дә асыҡ»инклюзив проектын тормошҡа ашырыу башлана, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров. Премьер-министр һүҙҙәренсә, уның маҡсаты – инвалидтар өсөн тауарҙар һәм хеҙмәттәр менән ҡулланыуҙы арттырыу, улар өсөн уңайлы мөхит булдырыу. Проекттың төп элементы булған Милли инклюзив килешеүгә инклюзивлыҡ принциптарын бүлешеүсе һәр ойошма ҡушыла ала. Был социаль яуаплы бизнес берләшмәһенә бөтә ил буйынса 70-ләп компания ингән. Бөгөн уларға тәүге тапҡыр төбәктең 5 предприятиеһы ҡушыла. Улар аныҡ инклюзив йөкләмәләр ала..

Форумда билдәләнеүенсә, бөгөнгә «Кумпан Кафе» компанияһы ла насар ишеткән граждандар өсөн йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендә эш урындары ойошторорға йыйына, шулай уҡ «Косметик Фабрикаһы» предприятиеһы ишетеү һәләте буйынса 10 инвалидты эшкә ала. Республикала «Социаль координатор» пилот проектына старт бирелде, ул ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров. Үҙ сығышын йомғаҡлап, республика Хөкүмәте Рәйесе йәнә команда эше генә эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыуға, мохтаждарға ярҙам итеүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыуға ярҙам итәсәген, административ кәртәләрҙе бөтөрәсәген белдерҙе. Дөйөм бурысыбыҙ – мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең ижади, рухи һәм профессиональ потенциалын тулыһынса тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү. Республика бының өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәк. Башҡортостан-тормошто яратыусылар өсөн, тип йомғаҡ яһаны Андрей Назаров.

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас