Рәсәй Федерацияһының 1800 тораҡ пункты халҡының «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» проекты ярҙамында 2023 йылда 4G/LTE стандартындағы мобиль бәйләнеше буласаҡ.
Икенсе йыл Башҡортостан халҡының мобиль элемтә станцияһын урынлаштырыу талап ителгән ауыл тураһында белдереү мөмкинлеге бар.. Беҙҙең төбәктә беренсе тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса 130 тораҡ пункт һайлап алынған, улар өсөн халыҡ әүҙем тауыш биргән. 2022 йылда тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса 117 ауыл «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0» федераль проектына индерелә, – тип хәбәр итте Башҡортостан республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
2023 йылда республиканың 100-500 кешенән торған 247 тораҡ пунктында мобиль интернет һәм бәйләнеш барлыҡҡа киләсәк. "Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү" - Һанлы Министрлыҡтың өҫтөнлөклө проекттарының береһе. Ул 2030 йылға идең 100-500 кеше йәшәгән бөтә тораҡ пункттарына интернет үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта халыҡ элемтәнең һәм интернеттың тәү сиратта ҡайҙа кәрәклеген үҙҙәре һайлай. Бөтә Рәсәй тауыш биреү быйылға тамаланды.. Башҡортостанда, ғәҙәттәгесә, Белорет, Шаран, Хәйбулла, Ҡыйғы, Әбйәлил, Йылайыр һәм Баймаҡ райондарында йәшәүселәр әүҙем тауыш бирә. Дәүләт хеҙмәттәре порталында ғына 31 меңдән ашыу кеше тауыш биргән. Интернет һәм һанлы технологиялар кешеләрҙең тормошон уңайлыраҡ итәсәк - бик күп заманса сервистар, мәҫәлән, онлайн-белем биреү, электрон дәүләт хеҙмәттәре, телемедицина ҡулланыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Рәсәйҙең 18 йәштән өлкән һәр гражданы төбәктең даими теркәлгән тораҡ пункты өсөн тауыш бирә ала.
Онлайн тауыш биреү быйыл 12 ноябргә тиклем барҙы. Рәсәй почтаһы ебәргән хаттар Министрлыҡҡа 2022 йылдың 26 ноябренән дә һуңға ҡалмайынса килгән осраҡта иҫәпкә алына. 2030 йылға «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» проекты ярҙамында Башҡортостан Республикаһының 100-ҙән 500-гә тиклем кеше йәшәгән бөтә тораҡ пункттары 4G мобиль интернет менән тәьмин ителәсәк