Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ноябрь 2022, 22:45

Башҡортостанда газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу буйынса инструкция әҙерләнгән

Башҡортостан Республикаһында төбәк инвестиция стандартын тормошҡа ашырыу сиктәрендә газ бүлеү селтәрҙәренә технологик тоташтырыу буйынса аҙымлап күрһәтмә әҙерләнеләр.

Башҡортостанда газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу буйынса инструкция әҙерләнгән
Башҡортостанда газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу буйынса инструкция әҙерләнгән

Башҡортостан Республикаһында төбәк инвестиция стандартын тормошҡа ашырыу сиктәрендә газ бүлеү селтәрҙәренә технологик тоташтырыу буйынса аҙымлап күрһәтмә әҙерләнеләр.

- Инструкция яңы төҙөлгән йәки файҙаланылған объекттарҙы газ менән тәьмин итеү мөмкинлегенә эйә булырға теләгән ғариза биреүсенең ғәмәлдәре тәртибен аңлата. Уларға газ менән тәьмин ителмәгән бөтә ҡоролмалар, баҡса-дача участкаларындағы ҡаралтыларҙан алып магазиндарға, торлаҡ йорттарға, предприятиелар биналарына һәм ҡоролмаларына, мәҙәни-күңел асыу характерындағы һәм социаль инфраструктура объекттарына тиклем ҡарай, - тип аңлатты БР төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Документ тоташтырыу тураһында килешеү төҙөү өсөн ниндәй документтарҙың кәрәклеген; техник шарттар биреүсе ниндәй ойошмаға  мөрәжәғәт итергә кәрәклеген; газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыуҙың ниндәй срокта башҡарылыуын аңлата. Ҡулланыусының урынлашҡан районына ҡарап, ойошма кураторҙарының бәйләнештәре махсус һылтанма буйынса ҡуйылған.

Газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыуҙың яҡынса хаҡын иҫәпләү өсөн инструкцияла пландағы хаҡтың калькуляторына һылтанма бар.

Бынан тыш, инструкцияла газ бүлеү селтәрҙәренә технологик тоташтырыу өсөн кәрәкле регламентлау документтарына һылтанмалар күрһәтелгән. Улар иҫәбендә - газ менән файҙаланыусы ҡорамалдарҙы һәм капиталь төҙөлөш объекттарын газ бүлеү селтәрҙәренә тоташтырыу ҡағиҙәләре.

Газ бүлеү селтәрҙәренә технологик тоташтырыу буйынса инструкция менән Башҡортостан республикаһы төҙөлөш һәм архитектура Министрлығының рәсми сайтында танышырға мөмкин (https://building.bashkortostan.ru/documents/other/450018). Ҡалған һорауҙар буйынса Өфө ҡалаһы, Новосибирск урамы, 2-се йорт, 4-се корпус адресы буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. Берҙәм белешмә хеҙмәтенең телефоны: 8 (800) 347-88-00.

 Белешмә:

Төбәк инвестиция стандарты - төбәктәрҙә инвестиция проекттарына ярҙам итеү системаһы ул. 2021 йылдың аҙағында Башҡортостан республикаһы Рәсәйҙең инвесторҙарға ярҙам итеүҙең яңы мөмкинлеген тормошҡа ашырыусы пилот төбәктәре иҫәбенә инде. Стандарт ярҙам системаһы элементтарын булдырыу буйынса методик тәҡдимдәрҙе үҙ эсенә ала.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: