"Форумды был өлкәләге хәлде ҡырҡа үҙгәртеү маҡсаты менән ойошторҙоҡ. Күп кенә эшлекле проекттарҙы социаль һәм иҡтисади йүнәлештәге сферала тормошҡа ашырабыҙ. Шуларҙың береһен бөгөн башлайбыҙ: беҙҙең 5 предприятие «Барыһы өсөн дә асыҡ» инклюзив проекты сиктәрендә үҙҙәренә социаль йөкләмә ала, - тип билдәләне Андрей Назаров. - Шулай уҡ, ҡатнашыусыларҙың тәҡдиме менән Башҡортостанда инвалидтар өсөн туризм үҙәге булдырыласаҡ. Беҙҙә тәбиғәт бик матур, уны бөтә кешегә лә, шул иҫәптән, һаулығы яғынан сикләнгән кешеләргә лә, күрһәтке килә.
Форум йыл һайын үткәреләсәк. Беҙ нимәләр эшләнгәнен күрһәтеп, өҫтәмә ниндәй аҙымдар яһарға кәрәклеге тураһында фекер алышасаҡбыҙ".
(Башҡортостан Хөкүмәте сайты буйынса).