Баҙарҙарҙың хәлен маҡсатлы һалым моделенә яҡынайтыу түбәндәгене күҙ уңында тота:
Иҫәп-хисап ҡулаҡсаһыҙмы, банк картаһы йәки ҡулаҡса менәнме – ниндәй формала булыуына ҡарамаҫтан, һатып алыусы- физик шәхес менән һатыусы мотлаҡ контроль-касса техникаһын ҡулланып иҫәпләшергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта ҡағыҙ касса чегы бирелә, йәки һатып алыусы электрон почтаның адресын йәки абонент номерын бирһә, чек электрон төрҙә ебәрелергә тейеш.
2021 йылдың мартынан Башҡортостанда проект баҙарҙарында һәм сауҙа павильондарында ККТ ҡулланырға бурыслы 800-ҙән ашыу эшҡыуарлыҡ субъекты даими мониторинг аҫтында тора. Билдәләнгән килемдә тайпылыштар булғандарға айырым иғтибар бирелә, ул саҡта хоҡуҡ боҙоусыларға ККТ аша етмәгән килемде коррекция чегы сифатында сығарырға тәҡдим ителә. Бөгөн республикала был проектта бөтәһе 16 баҙар ҡатнаша, ә төбәктә 86 меңдән ашыу касса һәм уларҙың 42 мең хужаһы теркәлгән.
Контроль-касса техникаһында теркәлгән аҡсанан килем проект баҙарҙарында 2022 йылдың октябрендә 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 2 тапҡырға артҡан. Шулай уҡ проект ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүҙәрҙең өҫтөнлөгөн асыҡланы: бөгөн магазиндарҙағы иҫәп-хисаптарҙың күбеһе ҡулаҡса менән түгел, банк карталары, смартфондар ярҙамында эшләнә.
Әлеге ваҡытта Рәсәй федераль һалым хеҙмәте баҙарҙарҙы көйләү һәм контролдә тотоу өлкәһендә Рәсәй федерацияһы ҡануниәтенә комплекслы үҙгәрештәр индереү йәһәтенән эш алып бара. Баҙарҙа, шул иҫәптән идара итеүсе компаниялар яғынан да, сауҙаның асыҡлығын оператив күҙәтергә мөмкинлек биргән программа ҡарарҙары күҙаллана.
Сығанаҡ: "Молодежная газета"