Тыуған илде тәрән аңлау менән. Бер дуҫым хаҡында шулай тип әйтә алам.
Уны күптән беләм. Тормоштоң төрлө хәл-ваҡиғалары аша беләм. Һәм бер нәмә үҙгәрешһеҙ. Ул үҙ ҡараштарына тоғро кеше - теләһә ниндәй шарттарҙа, һәр вазифала. Әгәр ул нимәгәлер ышаныс менән ҡараһа, тимәк, юлдан ситкә сыҡмаясаҡ, бирешмәйәсәк. Аҙағына тиклем.
- Шуға күрә ул меңдәрсә кешене берләштерә алды. Башҡортостандан Мәскәү юғары уҡыу йорттарына күпләп уҡырға инеү башланған ваҡытты хәтерләйем. Республика райондарына йөрөп, абитуриенттарҙан документтар йыйып, уларҙы Мәскәүгә һәм Питерға тапшырыуҙар. Ярҙамһыҙ, аҡсаһыҙ, бер энтузиазм менән генә. Йыл һайын. Етмәһә, "ҡамасаулаусы"көстәр ҙә булды. Ул йәштәр өсөн янып-көйҙө, уларҙың тормошо менән йәшәне. Сөнки көнкүреш проблемаларынан тыш, ситтән хәүефтәр ҙә күп булды - иң ҡатмарлы хәлдәрҙән, хатта өмөтһөҙ күренештәрҙән дә, сығырға ярҙам итте. Улар өсөн көрәште. Һәм был 7-10 йыл элек булды: Мәскәүҙә башҡорт йәштәренең тормошо гөрләп торҙо.
- Шуға күрә бер ҡасан да популяр булмаған ҡарарҙар талап иткән ҡатмарлы мәсьәләләрҙән дә баш тартмай.
- Шуға күрә ул һынауҙарын ышаныслы үткәрә.
- Шуға күрә ул һәр ваҡыт үҙенең кесе ватаны өсөн. Ҡайҙа ғына булһа ла.
Шундай нескә һәм тәрән "тыуған ил тойғоһо"... Бындай кешеләр күп түгел. Тарихты өйрәнеү, факттарҙы тергеҙеү, онотолған геройҙарҙың, тарихи шәхестәрҙең исемдәрен ҡайтарыу, яңы тәжрибәләр һәм проекттар индереү - уның ҙур һәм бәләкәй эштәренең күпселеге киң халыҡҡа билдәһеҙ.
Хәрби һәм уға ҡағылмаған патриотизмды ҡаршы ҡуйырға теләмәйем. Тыныс ваҡытта ла улар бер бөтөндөң 2 өлөшө булып тора.
Ә уның өсөн-бигерәк тә. Был ура-илһөйәрлек түгел, ә ошондай тәбиғи хәл, "мәҙәни код". Өҫтәүенә, меңәрләгән том уҡылған китаптар, ғилми хеҙмәттәр, оҙайлы бәхәстәр һәм фекер алышыуҙар менән нығытылған.
Кешеләр үҙгәрә. Әммә уның "тыуған илде аңлауы" тағы ла тәрәнерәк.
- Тап шуға күрә ул, Азат Баҙранов, үҙ теләге менән илде һаҡларға китте. Хатта йыл башынан уҡ. Бер нисә тапҡыр. Бронь булыуға ҡарамаҫтан. Шикләнмәне лә. Дөрөҫөн әйткәндә, уны ебәрергә теләмәнеләр. Дөрөҫ, бюрократия ҡамасауланы. Әммә үҙенекен өлгәште. Сөнки инаныуынса, уның урыны шунда, унда уның файҙаһы күберәк. Минең өсөн уның ҡарары көтөлгән һәм аңлайышлы. Һәм бында үҙен күрһәтеү тигән нәмә юҡ. Аныҡ беләм).
Уға, уның ҡарарына төрлөсә ҡарарға мөмкин. Ышанмаҫҡа, ғәйепләргә һәм күрәлмаҫҡа мөмкин, йәлләргә, "ҡасан киткәнен"көтөргә мөмкин. Сит илдән әсе теллелек күрһәтергә, һәм социаль селтәрҙәр аша спам эшләргә -эйе, күптәр өсөн Азат уңайһыҙ. Әммә уның ҡарары күптән ҡабул ителгән. Тағы ла бер маҡсатына өлгәште: ул лейтенант. Һәм оҙаҡламай - оҙатыу.
Ошо көндәрҙә унда минең ҡустым китте. Шулай уҡ кисектереүҙе рәсмиләштерә ала ине. Әммә беренсе көндә үк, ил яҙмышы хәл ителгәндә пацифизмға урын юҡ, һәм "мин унда кәрәк, мин - яҡшы офицер", тип белдерҙе.
Хәҙер беҙҙә бер генә теләк - шулай булһын да. Ҡыйыу, тәүәккәл ир-егеттәребеҙ әйләнеп ҡайтһындар. Еңеү менән. Тиҙерәк.
Гүзәл Хәсәнова.
https://resbash.ru буйынса.