Рух
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь 2022, 15:55

«Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» I Бөтә Рәсәй форум күргәҙмәһендә «Социаль координатор» проекты буйынса хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Өфөлә "Торатау" конгресс-холында «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» Бөтә Рәсәй форум- күргәҙмәһе эш башланы

«Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» I Бөтә Рәсәй форум күргәҙмәһендә «Социаль координатор» проекты буйынса хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйҙы
«Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» I Бөтә Рәсәй форум күргәҙмәһендә «Социаль координатор» проекты буйынса хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Бөгөн, 8 ноябрь ошо форум сиктәрендә «Социаль координатор» проекты буйынса хеҙмәттәшлек тураһында өс яҡлы Килешеүгә ҡул ҡуйыу церемонияһы уҙҙы. Был проект ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Хөкүмәт яҡлап был документҡа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры  Андрей Назаров, со стороны  АНО «Яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса стратегик башланғыстар агентствоһы» коммерция булмаған автоном ойошмаһы директоры Александр Пироженко һәм «Дөрөҫ йүнәлеш» медицина ярҙамы эҙләү хәйриә хеҙмәте яғынан ойошманың  генераль директоры Антон Яремчук ҡул ҡуйҙы.

- Был Килешеүҙе тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2025 йылға Башҡортостанда ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә комплекслы ярҙам системаһын булдырыу планлаштырыла. Атап әйткәндә, бындай граждандарға ярҙам күрһәткәндә төбәктә мультидисциплинар команда эшен координациялау ойоштороласаҡ, ярҙам маршруттарының шаблондары билдәләнәсәк, шулай уҡ был йүнәлештә иң яҡшы тәжрибәләр йыйыласаҡ, - тине Андрей Назаров.

  • Начало формыКонец формы

«Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» форум-күргәҙмәһенең пленар ултырышында Башҡортостандың социаль яуаплы эш биреүселәрен бүләкләү ҙә булды. Өфө моторҙар төҙөү производствоһы ойошмаһының идара итеүсе директоры Евгений Семивеличенко, «Пакер» ғилми-етештереү фирмаһы директоры Марат Ноғоманов, «Альтернатива» пластмасса изделиелар етештереү заводының генераль директоры Раил Фәхретдинов, шулай уҡ «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡулынан наградалар алды. Ойошмалар инклюзив йәмғиәтте үҫтереүгә өлөш индергәне һәм инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн заманса шарттар булдырғаны өсөн юғары наградалар алды.

Пленар ултырыш Өфө моторҙар төҙөү производствоһы ойошмаһы, «Альтернатива» пластмасса изделиелар етештереү заводы, «Пакер» ғилми-етештереү фирмаһы, «KumpanCafe&Coffee» ҡәһүәханалар селтәре һәм «Фабрик Косметик» йәмғиәттәренең Милли инклюзив килешеүҙәренә ҡул ҡуйыу менән тамамланды. Был килешеүҙәргә ҡул ҡуйып, эш биреүселәр кампания өсөн инклюзияның мөһимлеге, уның кәрәклеге һәм уны үҫтереү өсөн аҙымдар яһарға әҙер булыуҙары хаҡында белдерә.

(pravitelstvorb.ru сайты буйынса).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: