-Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров, Республика Хөкүмәте исеменән һәм үҙемдән «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп»Беренсе асыҡ форум-күргәҙмәһендә сәләмләйем. Бөгөн илебеҙ өсөн ябай булмаған ваҡытта халыҡтың һаулығын һаҡлау һәм нығытыу айырыуса мөһим. Бында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеү мәсьәләһе киҫкен тора. Беҙҙең төп бурысыбыҙ – бер нәмәгә ҡарамайынса, үҙҙәренең иҡтисади һәм социаль потенциалын тормошҡа ашыра алырлыҡ шарттар булдырыу. Бының өсөн медицина, профессиональ һәм социаль реабилитация менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың үҙ-ара тығыҙ бәйләнешен тәьмин итергә кәрәк.
Беҙ Башҡортостанда предприятиелар, ойошмалар, власть органдары араһында үҙ – ара конструктив эш итеү майҙансығын асабыҙ. Бөгөн беҙ ысын мәғәнәһендә “ҡаршылыҡтарҙы емерәбеҙ!
Ҡәҙерле дуҫтар! Республикабыҙ йәмәғәтселек иғтибарын инвалидтар проблемаларына йәлеп итеүгә һәм, әлбиттә, уларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ике аҙна элек кенә Өфөлә ишетеү һәләте булмаған кешеләр араһында «DeafSkills» (дэф Скиллс) Икенсе милли һөнәри оҫталыҡ чемпионаты уҙҙы. Башҡортостан исеменән ярыштарҙа 25 ҡатнашыусы сығыш яһаны. Беҙҙең команда 10 награда: 2 алтын, 5 көмөш, 3 бронза яуланы. Егеттәр үҙҙәренең тырышлығы һәм еңеүгә ихтыяры менән дөйөм команда иҫәбендә 2-се урын алды. Был йәнә бер тапҡыр һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау һәм социалләштереү мәсьәләләре даими иғтибар үҙәгендә булырға тейешлеген иҫбатлай. Ҙур булмаған тырышлыҡтар булһа ла, һөҙөмтәләр ғәйәт ҙур буласаҡ.
Бөгөнгө форум республикала ғына түгел, Тотош Рәсәйҙә реабилитация индустрияһының иң күләмле сараһы булыр тип ышанам. Бөгөн беҙҙең менән бергә «Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик инициативалар агентлығы» ның генераль директоры Светлана Витальевна Чупшева, Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау Министрлығы, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте вәкилдәре, илебеҙҙең башҡа төбәктәренән ҡунаҡтар эшләй. 30-ҙан ашыу һүҙ көрәштереү майҙансыҡтары, түңәрәк өҫтәлдәр, конференциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәреү күҙаллана. «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» балалар ижады фестивале, «Изге республика» хәйриә йәрминкәһе, инклюзив мода күрһәтеү һәм концерт программаһы айырым иғтибарға лайыҡ.
Бынан тыш, Форум майҙансығында республика власть органдары вәкилдәре бушлай консультация зоналары ойоштора. Сәләмәтлек мәсьәләләре буйынса табиптарҙың консультация зоналары айырым эшләйәсәк. Рәсәйҙең 12 төбәгенән 50-нән ашыу предприятие махсус күргәҙмә экспозицияһында яңы техник реабилитация саралары һәм протез-ортопедия изделиелары тәҡдим итәсәк.
Форумдың бай программаһы инвалидтарҙы реабилитациялау һәм абилитациялау системаһының стратегик өҫтөнлөклө үҫештәрен әҙерләргә мөмкинлек биреренә бер ниндәй ҙә шик юҡ. Бергәләп ғәмәлдәге ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләй, көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүҙең оптималь юлдарын билдәләй аласаҡбыҙ. Артабан, «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» асыҡ форум-күргәҙмәһен Үткәреү Башҡортостандың тағы ла бер изге йолаһына әүереләсәк. Ул республикабыҙҙың эшлекле календарында лайыҡлы урын аласаҡ. Форумда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҡыҙыҡлы аралашыу, һөҙөмтәле эш һәм ныҡлы һаулыҡ теләйем!
(pravitelstvorb.ru сайты буйынса).