0 °С
Болотло
Барлыҡ республика халҡын Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайбыҙ!
Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт йәшәй, беҙҙең көс - халыҡтар берҙәмлегендә һәм татыулығында.
Түбәндәге һандар шуны иҫбатлай:
республикала 26 милли-мәҙәни һәм тарихи-мәҙәни үҙәк, 40 милли йәмәғәт берекмәһе эшләй. Башҡортостан мәктәптәрендә 13 туған тел өйрәнелә, 58 милли гимназия һәм лицей, шулай уҡ 15 йәкшәмбе мәктәбе эшләп килә.
Башҡортостанда шулай уҡ урыҫ, башҡорт, татар, сыуаш, удмурт һәм мари телдәрендә баҫмалар сыға.
«Аңлатабыҙ. Башҡортостан» командаһы илебеҙгә тыныслыҡ һәм уның сәскә атыуын, һәр йортҡа изгелек, Рәсәй халыҡтарының берҙәм булыуын теләй. Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан