Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Ноябрь 2022, 19:03

ӨФӨЛӘ «ХЕҘМӘТ ҠАҺАРМАНЛЫҒЫ ҠАЛАҺЫ» СТЕЛАҺЫН АСЫУ ТАНТАНАҺЫ ҮТТЕ

3 ноябрҙә Өфөлә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» стелаһын асыу тантанаһы уҙҙы.

ӨФӨЛӘ «ХЕҘМӘТ ҠАҺАРМАНЛЫҒЫ ҠАЛАҺЫ» СТЕЛАҺЫН АСЫУ ТАНТАНАҺЫ ҮТТЕ
ӨФӨЛӘ «ХЕҘМӘТ ҠАҺАРМАНЛЫҒЫ ҠАЛАҺЫ» СТЕЛАҺЫН АСЫУ ТАНТАНАҺЫ ҮТТЕ

Егерме метрлыҡ объект Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыл хеҙмәтсәндәренең ҡаһарманлығын символлаштыра, ул баш ҡалаға ингән ерҙә автомобиль күперҙәренән уң яҡта, Ағиҙел йылғаһының төҙөкләндерелгән яр буйында урынлашҡан.

Тантанала ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға мөрәжәғәт итеп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров стеланың Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле һәм Дуҫлыҡ монументы менән бер рәттән Башҡортостан халыҡтарының тарихи хәтерен сағылдырыуын билдәләне.

«Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөгә тиҫтәләгән ҙур предприятие, дәүләт учреждениелары һәм ғилми институттар эвакуацияланды. Бөтә республика фронт ихтыяждары өсөн эшләне. Башҡортостан эшсәндәре кейемдәр теккән, нефть сығарған, танктар һәм самолеттар өсөн яғыулыҡ, хәрби авиация өсөн двигателдәр сығарған. Бронепоездар, танктар, авиаэскадрильялар һәм башҡа ҡоралдар халыҡтың шәхси аҡсаһына һатып алынған. Эвакуацияланған йөҙәрләгән мең ғаиләне туғандарыбыҙ кеүек ҡабул иттек, яралыларҙы дауаланыҡ. Рәсәй Президентының баш ҡалабыҙға «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исем биреү тураһындағы указы өфөләрҙең һәм республика халҡының хеҙмәттәге батырлығын таныу билдәһе булды. Беҙ бының менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм Владимир Владимирович Путинға был ҡарары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Иртәгә илебеҙ Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләй. Тап туғанлыҡ һәм берҙәмлек арҡаһында илебеҙ халыҡтары ауыр һынауҙарҙы үтте һәм кешелек тарихындағы иң ҡот осҡос һуғышта еңеп сыҡты», - тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе һуғыш балаларының - өлкәндәр менән бер рәттән станоктар янында торған ваҡиғаларҙың тере шаһиттарының - хеҙмәт батырлығын баһалап бөткөһөҙ тип атаны.

«Бында ейәндәрен килтереп, улар үҙҙәренең батырҙарса бала сағы һәм үҫмер йылдары тураһында һөйләйәсәк. Бөгөн беҙ өлкән быуындарҙың лайыҡлы вариҫтары булырға тейешбеҙ. Илһөйәрлегебеҙҙе эш менән иҫбатларға, Ватаныбыҙҙы һаҡларға ваҡыт етте. Беҙ әле алғы һыҙыҡта һуғышҡан егет-ҡыҙҙарыбыҙ өсөн терәк буласаҡбыҙ. Фиҙаҡәр хеҙмәт итеп, уларға нацизмды еңергә ярҙам итәйек. Һеҙҙе, ҡәҙерле дуҫтар, республикабыҙ тарихында мөһим ваҡиға - стела асылыу менән ҡотлайым. Ошо иҫ киткес проект авторҙарына рәхмәт. Баш ҡалабыҙҙың юбилейы алдынан иҫ киткес, әһәмиәтле урын барлыҡҡа килде. Яҡынлашып килгән байрам менән!», - тине Радий Хәбиров.

 Тантана барышында РФ Президенты ярҙамсыһы, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте рәйесе Владимир Мединскийҙың ҡотлауы уҡып ишеттерелде.

 «Дүрт йыл дауамында Бөйөк Ватан һуғышында хеҙмәтсәндәр сигенмәйенсә, ялһыҙ эшләне. Өфө предприятиелары, моторҙар эшләү производство берекмәһе, кизе-мамыҡ комбинаты һәм башҡа предприятиелар эшселәренең, БАССР-ҙың ауыл хужалығы эшсәндәренең фиҙакәр батырлығы тарихҡа мәңгелеккә яҙылған. Бөгөн беҙҙең бурыс ул йылдарҙағы ваҡиғалар тураһында хәтерҙе һаҡлау ғына түгел, ә бөйөк Тыуған илебеҙ - Рәсәй киләсәге хаҡына ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау. Һеҙҙе стела асылыу менән ҡотлайым һәм иң изге теләктәремде еткерәм!», - тип билдәләне ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө 2020 йылдың 2 июлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән хеҙмәт батырлығы ҡалаһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ошо статусты биреүҙе хуплап Башҡортостанда 1 миллион 200 мең кеше үҙ ҡултамғаһын ҡуйған. Стеланы интернет-порталында тауыш биреү йомғаҡтары буйынса ҡуйыу урыны һайланды.

https://www.bashinform.ru

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в