Стационарҙар тәүлек әйләнәһенә эшләүен дауам итә.
4 ноябрҙә поликлиника хеҙмәткәрҙәре шәмбе графигы буйынса эшләй:
сәғәт 8:00-ҙән 17:00 сәғәткә тиклем. Табипты 16:00 сәғәткә тиклем саҡырырға мөмкин.
5 һәм 6 ноябрҙә поликлиникалар ғәҙәти режимда эшләйәсәк.
Халыҡҡа коронавирус инфекцияһынан вакцинация үткәреләсәкме?
Эйе, поликлиникаларҙа сәғәт 8:00-ҙән 17:00 сәғәткә тиклем. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарында, шул иҫәптән мобиль пункттарҙа, ауыл табип амбулаторияларында һәм участка дауаханаларында - медицина ойошмаһының баш табибы раҫлаған эш графигына ярашлы вакцинация үткәрелә.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Республика Ситуация үҙәгенең берҙәм телефон номеры: 8 (347) 218-19-19, 122 (өҫтәмә 2)
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан