+1 °С
Ҡар
Республика Башлығы Радий Хәбиров «Тура бәйләнеш» барышында хоҡуҡ һаҡсыһы Зөлфиә Ғайсинаға алданған өлөшсөләр проблемаһының контролдә тотолоуы хаҡында белдерҙе.
- Республикала яҡынса 3 000 өлөшсө һәм сафҡа индерелергә тейешле 72 объект бар. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса, 2023 йылдың аҙағына алданған өлөшсөләр ҡалмаҫҡа тейеш, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
2022 йылда Башҡортостанда 3 проблемалы йорт төҙөлөп бөткән, алданған 214 өлөшсөнөң хоҡуҡтары тергеҙелгән, 1530 кеше аҡсалата компенсация алған.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан