Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь , 11:17

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ БАШЛЫҒЫ РАДИЙ ФӘРИТ УЛЫ ХӘБИРОВ МЕНӘН ТУРА БӘЙЛӘНЕШ

27 октябрь 19.00 сәғәттә төбәк етәксеһе республикала йәшәүселәрҙең һорауҙарына тура эфирҙа яуап бирәсәк. Трансляцияны БСТ, Рәсәй 24, Башҡортостан 24, Вся Уфа, Сәләм, UTV телеканалдарында, Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәрендә ҡарарға, Юлдаш каналы, Рәсәй радиоһы эфирында тыңларға мөмкин.

Радий Хәбировҡа һеҙ ҙә һорауығыҙҙы бирә алаһығыҙ. Бының өсөн Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәрендәге сәхифәләрендә комментарий ҡалдырырға йәки мобиль телефонға яҙҙырылған видеоһорауҙы qlavarb.ru сайтындағы махсус бүлеккә ебәрергә мөмкин. Бының өсөн Дәүләт хеҙмәттәре сайтында теркәлеү мөһим. Артабан qlavarb.ru сайтына инергә, “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ” тигән виджитты табырға, “Проблема тураһында хәбәр итергә” тигән пунктты һайларға кәрәк. Асылған форма буйынса видеоһорауҙы беркетегеҙ, һеҙҙең һорауға бәйле бүлекте һайлап бөтә юлдарҙы тултырырға.

Яҙманың оҙонлоғо бер минуттан оҙон булмаҫҡа, ауырлығы 10 минуттан артмаһын. Һорау биреүсенең йөҙө асыҡ күренергә тейеш. Видеоны горизонталь рәүештә төшөрөргә, яҙма сифатлы ббулырға тейеш. Һорау бирер алдынан исем-фамилияғыҙҙы һәм ҡайҙа йәшәүегеҙҙе, иң аҙаҡта был һорауҙың Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә ебәрелеүен әйтеп үтергә онотмағыҙ.

27 октябрь киске сәғәт етелә Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в