«Янғантау» геопаркы 2017 йылдың 18 октябрендә булдырылды. Быйыл ул биш йыллыҡ юбилейын билдәләй.
«Ул – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Рәсәйҙә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя ҙур геопарктары селтәренә индерелгән беренсе парк ул, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров. – Донъяла бындай статусҡа 46 илдең 177 объекты эйә.
Салауат районынды урынлашҡан «Янғантау» геопаркының майҙаны – 1774 кв. км. Киң билдәле Иҙрис, Лаҡлы мәмерйәләре, Ҡорғаҙаҡ шишмәһе, Янғантау тауы, Салауат Юлаев музейы ошо ерҙә. Төбәк, федераль, халыҡ-ара әһәмиәттәге геологик объекттар, археология һәйкәлдәре, бай тарихи һәм мәҙәни мираҫ геопаркка сит илдән дә туристарҙы йәлеп итә. Үткән йылды бында 110 мең кеше булып киткән.
Геопарктың партнерҙары ла артты. Эш башлағанда улар икәү булһа, әле – ун алты. Улар араһында эре фәнни һәм белем биреү учреждениелары бар. Эшҡыуарҙар ҙа әүҙем ҡатнаша. «Янгантау» геопаркы буйынса мәғлүмәт һәм навигация стендтары урынлашҡан.
Пландар ҙур. Артабан эшләйбеҙ».