Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2022, 17:03

Сибай егеттәре бер-береһенә терәк

Сибайҙан бер төркөм мобилизацияланыусы ир-егеттәрҙең юлда“Шайморатов генерал” йырын башҡарған видеояҙмаһы тиҙ арала таралды, ул бөтә илебеҙҙе урап сыҡты, тиһәң дә хата түгел. Уны хатта Үҙәк телевидение аша ла күрһәттеләр.

Сибай егеттәре бер-береһенә терәк
Сибай егеттәре бер-береһенә терәк

“Был видеоны беҙ яңынан яҡшыраҡ итеп төшөрөрбөҙ тип уйлағайныҡ та, тик ул таралып та өлгөрҙө, – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша Сибай сәнғәт училищеһы директоры Замир Таһир улы. – Мобилизация буйынса повестканы мин дә, ғаиләм ағзалары ла тыныс ҡабул иттек. Мин бит йәш саҡта хәрби ант биргән кеше, шуға яуға ла һис икеләнмәй юлландым. Бында беҙ, яҡташтар һәм райондаштар, тығыҙ аралашабыҙ, бер-беребеҙгә терәк булырға тырышабыҙ. Полк формалашты, тимәк, яҡташтар махсус хәрби операция урынында ла бергә буласаҡ”.

Замир Йәнтүрин армия хеҙмәтен ун йыл элек үтәгән. Сәнғәт училищеһында ул башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары оркестрына ла етәкселек итә, дәрестәр ҙә алып бара. Ҡатыны Юлиә Сибай дәүләт филармонияһында эшләй. Ҡыҙы урта музыка мәктәбендә белем ала, флейтала уйнау серҙәрен өйрәнә.

Татарстан биләмәһендәге дислокация урынында Замир Йәнтүрин Башҡортостан Башлығының Башҡортостан Республикаһынан саҡырылған хәрби хеҙмәткәрҙәр менән эш итеү мәсьәләре буйынса йәмәғәт башланғысындағы советнигы булып тора.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/gorurlanabiz/2022-10-11/h-rbi-erlek-tk-n-sibay-egett-re-ni-h-ld-2985415

Фото шул уҡ сығанаҡтан.

Автор:
Читайте нас: