Рух
-4 °С
Ясно
Новости
15 Октября 2022, 03:51

Ауырғазы районы хакимиәте башлығы мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ менән осрашты

Арслан Шәһәретдинов хәрби әҙерлек үткән һалдаттарыбыҙ янына Ҡазанға икенсе тапҡыр барып ҡайтты

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауырғазы районы хакимиәте башлығы мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ менән осраштыАуырғазы районы хакимиәте башлығы мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ менән осрашты
Ауырғазы районы хакимиәте башлығы мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ менән осрашты

Был турала ул үҙенең социаль селтәрҙәре аша уртаҡлашты.

 “Үҙебеҙҙең егеттәр менән осрашҡас, уларҙың тыуған еребеҙҙе һаҡларға әҙер булыуҙары өсөн ғорурлыҡ уянды. Яҡташтарыбыҙҙың рухтары күтәренке, үҙҙәре өсөн борсолмауҙарын еткерергә ҡуштылар, еңеү менән ҡайтырға вәғәҙә бирҙеләр. Хәрбиҙәр яҡшы шарттарҙа йәшәй, һәр көн тактик күнекмәләр үтәләр. Беҙ туғандарынан, яҡындарынан посылкалар тапшырҙыҡ, шулай уҡ йылы кейемдәр, ойоҡ-бирсәткәләр, аҙыҡ-түлек менән ярҙам иттек.

Һалдаттарға әйберҙәр тапшырып, уларҙы һөйөндөргән барса кешеләргә оло рәхмәттәрен белдерҙеләр, сәләмдәрен әйтеп ҡалдылар”, - тип яҙҙы Арыҫлан Нәзир улы.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас