Өфөлә үтәсәк 20-22 октябрҙә II Милли һөнәри оҫталыҡ чемпионатында ишетеү һәләте буйынса 18-35 йәштәге инвалид йәштәр ярышасаҡ.
Чемпионаттың төп мәсьәләһе – ишетеү буйынса инвалидтарҙың проблемаларына йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү, һөнәри белем алыу институттарын үҫтереү, был уларға Рәсәй хеҙмәт баҙарында конкуренцияға һәләтле булырға ярҙам итәсәк.
Улар араһында тырыш, хеҙмәт яратыусы һөнәр оҫталары күп. Төрлө эшмәкәрлек буйынса ҙур уңыштарға ла өлгәшәләр. DeafSkills чемпионаты уларҙың һәләттәрен асырға, эш биреүселәрҙең уларға иғтибар итеүенә, лайыҡлы эш урыны табырға ярҙам итә, - ти Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте президенты Станислав Иванов.
DeafSkills беренсе тапҡыр 2021 йылда Ҡаҙанда үтте. Унда илдең 49 төбәгенән 222 инвалид ҡатнашҡан. Ярыштар ҡаланың дүрт майҙанында 26 төрлө һөнәри компетенция буйынса ярыштылар. Быйыл ул киңерәк үтәсәк. 34 компетенция буйынса ярыштар ойошторола.
- Быйыл чемпионатта ҡатнашыусылар һәм компетенциялар һаны күпкә артты, быйыл ул 34 компетенция буйынса үткәреләсәк, 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашасаҡ, - ти БР мәғариф министры Айбулат Хажин.
Яңылыҡ булып медицина һәм лаборатор анализ, туризм, клининг, адаптив физик культура һәм башҡа йүнәлештәр тора. Ярыштар туғыҙ майҙанда үтәсәк.