+2 °С
Болотло
Был сараны үткәреүҙә Республика халыҡ ижады үҙәге һәм йәштәр сәйәсәте буйынса Башҡортостан дәүләт комитеты булышлыҡ итә.
Иң беренсе ҡунаҡтар Түрһәгәҙе ауылына Марат Баязит улының ҡәберенә барасаҡ.
Артабан - ял зонаһын асыу.
Сараның программаһында - уҡтан атыу һәм башҡорт кейеме элементтарын тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре , милли көрәш, спорт ярыштары халыҡ уйындары, милли аш-һыу менән этно-сәй эсеү.
“Йәшел Башҡортостан” республика акцияһы сиктәрендә Һабантуй яланында ағас үҫентеләре ултыртыласаҡ.
Башҡорт эстрадаһының билдәле артистары концерты була.
Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.