Рух
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2022, 15:58

Бойондороҡһоҙ баһалау индерелде

Өфөлә “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресының эше бөгөн секцияларға бүленде. Түңәрәк өҫтәл артында төҙөлөш белгестәренең квалификацияһы баһаланды.

Бойондороҡһоҙ баһалау индерелде
Бойондороҡһоҙ баһалау индерелде

Өфөлә  “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресының эше бөгөн секцияларға бүленде. Түңәрәк өҫтәл артында төҙөлөш белгестәренең квалификацияһы баһаланды.

 Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Евгений Родин тәбрикләне.

Һуңынан “Төҙөлөштә белгестәрҙең квалификацияһын бойондороҡһоҙ баһалау: көнүҙәк мәсьәләләр һәм яңы мөмкинлектәр” тигән доклад менән Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Тимур Кәримов сығыш яһаны. “Иҡтисади үҫеш хеҙмәт баҙарында ихтыяж булған квалификациялы кадрҙарһыҙ мөмкин түгел. Бойондороҡһоҙ баһалау үтеү белгескә хеҙмәт хаҡын арттырыу, эшкә мотивацияны күтәреү мөмкинлеге бирә”, - тине ул.

Республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөшкә күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Иван Белоусовтың, Прокофьеваның сығыштары ла төҙөлөштәге белгестәрҙең квалификацияһын бойондороҡһоҙ баһалауҙы ойоштороуға бәйле Рәсәйҙең Ҡала төҙөлөшө кодексына үҙгәрештәр индереүгә арналды.

Яңы ҡағиҙәләр быйыл 1 сентябрҙән алып төҙөлөштә эшләгән һәм белгестәрҙең милли реестрына индерелгән һөнәрмәндәрҙең (проекттарҙың баш инженерҙары, проекттарҙың баш архитекторҙары) кәмендә биш йыл һайын квалификацияларына бойондороҡһоҙ баһалау үтергә тейешлеген билдәләй. Быға тиклем ундай баһалау үтеү кимәле юғары булмаған. Беренсенән, эш биреүселәр күбеһенсә был турала хәбарҙар түгел, икенсенән, улар бойондороҡһоҙ баһалау үтеү өсөн өҫтәмә сығымдар түгергә теләмәй.

Был талап төҙөлөш барышындағы һәм әҙер объекттарҙың хәүефһеҙлегенә, эштең сифатына, заман талаптарына яуап биреү-бирмәүенә лә бәйле булғанлыҡтан индерелә. Рәсәйҙең Ҡала төҙөлөшө кодексының 55.5–1-се статьяһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, бойондороҡһоҙ баһалау үтеү быйылғы 1 сентябрҙән алып төҙөлөштә биш йылдан алып 10 йылға саҡлы эшләгән белгестәргә генә ҡағылһа, 2023 йылдың 1 ғинуарынан барлыҡ белгестәр ҙә был процедураны тейешле кимәлдә һәм ваҡытында үтергә бурыслы буласаҡ.

bashgazet.ru материалдары буйынса.

Фото шул уҡ сығанаҡтан.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: