Рух
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Сентябрь 2022, 12:37

Йөк машиналары водителдәре конкурсында еңеүселәргә 300 мең һум биреләсәк

Һөнәри оҫталыҡ конкурсы «Өфө-Арена»ла «Транспорт һәм төҙөлөш» форумы сиктәрендә  18 сентябрҙә башланды.  «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары  Александр Клебанов менән әңгәмәләште.

Йөк машиналары водителдәре конкурсында еңеүселәргә 300 мең һум биреләсәк
Йөк машиналары водителдәре конкурсында еңеүселәргә 300 мең һум биреләсәк

— Бындай конкурс беренсегә үткәреләме?

— Был «Иң яҡшы йөк машинаһы водителе» традицион Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы ике йылға бер тапҡыр үткәрелә.  Уны Рәсәй Федерацияһы Транспорт министрлығы һәм автотранспорт фәнни-тикшеренеү институты ойоштора. 

Ҡатнашыусылар ниндәй һынауҙар үтәсәк һәм уның ҡайһыһы ҡатмарлы?

— Йөрөтөү оҫталығы буйынса һынауҙар үтергә кәрәк була. Бында махсус трассаны тейешле шарттар менән үтеү, теоретик белемдәрҙе һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тикшереү буласаҡ. Ярыштар программаһында йөктө мөмкин тиклем һаҡсыл йөрөтөү модуле бар. Автомобиль кузовына һыу һалынған асыҡ контейнер ҡуйыла, водитель уны, бөтә күнекмәләрҙәе башҡара барып, финишҡа юғалтыуһыҙ барып етергә кәрәк. Конкурс трассаһы көндәлек эштә водителдәргә осрап торған хәлдәрҙе иҫәпкә алып төҙөлгән.

— Ҡатнашыусылар күпме, ниндәй төбәктәрҙән?

— Илдең 18 төбәге һәм 27 ҡалаһының транспорт ойошмаларынан 55 профессионал килде. Санкт-Петербург, Екатеринбург, Ижау, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Рязань, Омск, Магнитогорск, Сургут һәм башҡа ҡалаларҙан үҙ һөнәренең оҫталары йыйылды.

— Башҡортостан данын кемдәр яҡлай?

— Республиканан Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Борайҙан туғыҙ кеше ҡатнаша. Алтыһы 10 тоннаға тиклем категорияла. Улар - Ринат Сәйфетдинов, Руслан Сакаев, Фларит Ситдиҡов, Андрей Солтанбратов, Азат Хажиев, Флүр Хөсәйенов. 10 тоннанан күберәк категорияһында  Илдар Ғимазетдинов, Александр Тарасов, Рәзим Хисәметдинов.

— Еңеүселәрҙе ниндәй бүләктәр көтә, нисә призлы урын?

—  Һәр категориялда өсәр урын билдәләнә. 1-се урын өсөн  300 мең, 2-сегә- 150 мең,  3-сөһөнә 50 мең һум бирелә. Федераль бюджет финанслай.

Конкурстың маҡсаты нимәлә?

— Был һөнәри оҫталыҡты камиллаштырырға, Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен аңлы үтәү, йөктәрҙе сифатлы ташыу һәм йөк транспортын эксплуатациялауҙың күрһәткестәрен күтәреүгә булышлыҡ итә. Йөк ташыу – ул иҡтисадтың нигеҙҙәренең береһе, унһыҙ үҫеш мөмкин түгел.

www.bashinform.ru материалы буйынса әҙерләнде.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: