«Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы күргәҙмәһендә 100-ҙән ашыу уникаль коммуналь һәм юл техникаһы, 80-гә яҡын ретро-автомобиль тәҡдим ителә. Өфөләр һәм республика халҡы «тәмле» фестивалдәрҙе яратып өлгөрҙө лә инде. Яңыраҡ ҡалала «Бар!» гастрономия байрамы үтте, унда 100 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Конгресс программаһында гастрофестиваль билдәләнгән, унда иң яҡшы ресторандар һәм дөйөм туҡланыу нөктәләре фестиваль ҡунаҡтарына һәм ҡатнашыусыларына ҡунаҡсыл Башҡортостандың аш-һыуҙары менән танышыу мөмкинлеге бирә!
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, конгресҡа Белоруссиянан алты билдәле ижади коллектив ингән делегация килә. Конгрестың мәҙәни программаһында ҡатнашыусылар араһында:
Конгресс майҙансығының ҙур сәхнәһендә үтәсәк ҙур фестиваль программаһында Башҡортостандың иң яҡшы коллективтары ла ҡатнашасаҡ.
Күргәҙмәгә килеүселәр өсөн автобус маршруты һәм «Декатлон» магазины янында туҡталыш ойошторола, унда «Конгресс паркына» инеү урыны була.