Рух
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь 2022, 11:06

Башҡортостан башҡалаһында беренсе тапҡыр «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы үтә

18-22 сентябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһы «Транспорт һәм төҙөлөш» беренсе халыҡ-ара конгресында ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы ҡабул итә. Сара «Киләсәк төҙөлөшө» паркы биләмәһендә уҙа (Рубежная урамы, 178).

Башҡортостан башҡалаһында беренсе тапҡыр «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы үтә
Башҡортостан башҡалаһында беренсе тапҡыр «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы үтә

Конгресты ойоштороусы - Рәсәй Федерацияһының Транспорт министрлығы һәм Рәсәй Федерацияһының Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы булышлығында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. Билдәләп үтергә кәрәк, «Транспорт һәм төҙөлөш» беренсе Халыҡ-ара конгресының партнеры булып Беларусь Республикаһы сығыш яһай. Конгресс эшендә ҡатнашасаҡ рәсми делегацияны Белоруссия Хөкүмәте Премьер-министры Роман Головченко етәкләйәсәк.

Сарала ҡатнашыуға Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин, Рәсәй Федерацияһының транспорт министры Виталий Савельев, Федерация Советының Конституция ҡануниәте һәм дәүләт ҡоролошо буйынса комитеты рәйесе Андрей Клишас, «ДОМ.РФ» акционерҙар йәмғиәтенең торлаҡ өлкәһендә үҫеш финанс институты генераль директоры Виталий Мутко, Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников, «Рәсәй автомобиль юлдары» ассоциацияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко, «Төҙөүселәрҙең милли берләшмәһе» ассоциацияһы президенты Антон Глушков, «Ростелеком» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Михаил Осеевский, «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры - идара рәйесе Олег Белозеров, «КАМАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин, «Амкодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Александр Шакутин һәм башҡалар. Шулай уҡ Ҡазағстан, Үзбәкстан, Төркиә һәм Иран вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә.


Махсуслаштырылған сара сиктәрендә алдынғы девелоперҙар, эксперттар, төҙөлөш материалдары етештереүселәр, финанс секторы, Рәсәй һәм дуҫ илдәрҙең юл-транспорт тармағы компаниялары вәкилдәре инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе өсөн ҡулай шарттар булдырыу, төбәк-ара һәм тармаҡ-ара бәйләнештәр мәсьәләләрен тикшерәсәк. Бер нисә көн дауамында сарала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы бай эшлекле программа - гранд - сессиялар, түңәрәк өҫтәлдәр, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу, зоналарҙың эше көтә. Конгрестың көн тәртибендә - һанлаштырыу, үҫеш, импортты алмаштырыу, шулай уҡ яңы технологиялар ҡулланыу, көрсөккә ҡаршы саралар һәм иҡтисадтың төп тармаҡтарына ярҙам программаларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре. «Стратегия - 2030 - транспорт һәм төҙөлөш - яңы саҡырыуҙар» пленар ултырышы Конгрестың төп сараһы була, унда федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары, партнер ил, бизнес вәкилдәре, эксперттар һ.б. сығыш яһай.


«Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы символына әйләнәсәк «Алға хәрәкәт» махсуслаштырылған күргәҙмәһе лә айырым иғтибарға лайыҡ буласаҡ. Экспозиция стендтарының дизайны һәм төҙөлөшө Конгреста ҡатнашыусыларға Рәсәй һәм яҡын сит илдәрҙең ҙур компанияларының техник һәм технологик ҡаҙаныштары менән танышырға мөмкинлек бирәсәк. Асыҡ майҙансыҡта «КАМАЗ», «МАЗ», «Амкадор», «Дортрансстрой», «Минск трактор заводы», «ДЭП No103», «Башкиравтодор», «Башавтотранс», «Уралмаш», «Акрос РБ» компанияларының махсус техникаһы күрһәтеләсәк.

Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары юбилей датаһы - Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан төҙөлгән объекттар менән таныша аласаҡ. Башҡорт ҡурсаҡ театры, Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, Фән һәм мәҙәниәт һарайы һәм башҡа проекттар, улар тиҙҙән баш ҡала урамдары ансамблендә үҙ урынын аласаҡ.

Идараһыҙ осоусы аппараттар, төҙөүселәрҙән тотош биҫтәләр, ретроавтомобилдәр күргәҙмәһе, гастро-фестиваль, тантаналы асыу, байрам концерты - 120 мең квадрат метрҙан ашыу биләмәлә. Өфөлә тәүге тапҡыр төп хоккей баталиялары аренаһында «Иң яҡшы йөк машинаһы водителе» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы уҙғарыла. Еңеүселәр ике категорияла шәхси беренселектә билдәләнәсәк.

Рәсәйҙең алдынғы төҙөүселәре саммиты һәм Рәсәй субъекттары һәм яҡын сит илдәрҙең Төҙөүселәр ассоциациялары съезы, «Арзан хаҡтар марафоны», шулай уҡ Өфөнөң төҙөлөш майҙансыҡтарына танышыу турҙары, Рәсәй колледждары һәм юғары уҡыу йорттары студенттары һәм Башҡортостандың иң яҡшы төҙөүселәре башҡарыуында иң ҙур «төҙөлөш».

Конгресс-хол Нефтекама ҡалаһында «Нефаз» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 45 йыллығы уңайынан байрам саралары менән тамамлана.

(Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: