«Конгрестың программаһы ике өлөшкә - конгрестың сайтында теркәлергә кәрәк булған һөнәри һәм бөтә теләүселәр саҡырыласаҡ күргәҙмә бүлеккә бүленгән, - тип билдәләне Маргарита Болычева. - «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы күргәҙмәһендә 100-ҙән ашыу уникаль коммуналь һәм юл техникаһы берәмеге күрһәтеләсәк, 80-гә яҡын автомобиль ретро-күргәҙмә экспозицияһын тәшкил итәсәк һәм хатта асфальт заводын күрһәтеләсәк».
Башҡортостан Республикаһының эре төҙөүселәре сарала үҙҙәренең күсемһеҙ милек проекттарын тәҡдим итәсәк, һәм шунда уҡ торлаҡ төҙөүселәрҙән консультация алырға, махсус хаҡтар буйынса фатир һатып алыуға килешеүҙәр төҙөргә мөмкин буласаҡ. Төҙөүселәр тап ошо көндәрҙә һатып алыусыларҙы йәлеп итеү һәм торлаҡтың арзан булыуын тәьмин итеү өсөн конгреста ошондай акция үткәрә.
Күргәҙмәгә килеүселәр өсөн автобус маршруты һәм «Декатлон» магазины янында туҡталыш ойошторола, унда «Конгресс паркы» майҙансығы биләмәһенә инеү урыны була.