Рух
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2022, 23:10

Маргарита Болычева: «Транспорт һәм төҙөлөш» конгресы Башҡортостандың ошо йүнәлештәрҙәге ҡаҙаныштарын күрһәтәсәк»

18-22 сентябрҙә Өфөлә «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы уҙа. Был ҙур сараға әҙерлек тураһында Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һөйләне. Был хаҡта "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Маргарита Болычева:  «Транспорт һәм төҙөлөш» конгресы Башҡортостандың ошо йүнәлештәрҙәге ҡаҙаныштарын күрһәтәсәк»
Маргарита Болычева: «Транспорт һәм төҙөлөш» конгресы Башҡортостандың ошо йүнәлештәрҙәге ҡаҙаныштарын күрһәтәсәк»

Форум 18 сентябрҙә асыла, уның тәүге сараһы - «Өфө-Арена» һарайында йөк машиналары водителдәре конкурсы. 19, 20 һәм 21 сентябрҙә Рубежная урамы, 178 адресы буйынса урынлашҡан майҙансыҡта күргәҙмәләр эшләй башлаясаҡ.

«Әле майҙансыҡ үҙгәртеп ҡорола, беҙ уны «Конгресс» паркы» тип атаныҡ, - тине министр. - Унда төбәктең төҙөлөш һәм транспорт өлкәһендәге ҡаҙаныштарын күрһәтергә, буласаҡ ҙур проекттар менән таныштырырға теләйбеҙ. Конгресс ике өлөшкә - форум сайтында теркәлеү буйынса үтергә мөмкин булған профессиональ, эшлекле өлөшкә бүленгән, бер үк ваҡытта теләгән һәр кем күргәҙмәлә ҡатнаша, беҙ ябай тормошта осратмаған техниканы ҡарай ала. Айырым күргәҙмәлә 80 ретроавтомобиль , шулай уҡ коммуналь, төҙөлөш, юл техникаһы, хатта асфальт заводы күрһәтеләсәк.

Айырым павильонда Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан төҙөлгән объекттарҙы күрергә мөмкин.  Улар – Ҡурсаҡ театры, Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, Фән һәм мәҙәниәт һарайы һ.б.

 Маргарита Болычева аңлатыуынса, паркка инеү өсөн автобус маршруты һәм «Декатлон» магазины янында туҡталыш ойошторола.

Форум барышында яҡынса 10 миллиард һумлыҡ 10-ға яҡын килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана. «Был бөгөнгә мәғлүмәттәр, килешеүҙәр һаны артыр тип ышанабыҙ», - тип билдәләне министр.

«Башҡортостандың инвестицион хеҙмәттәшлектә һәм тышҡы сауҙа әйләнешендә төп партнерҙарының береһе - Беларусь Республикаһы. Белоруссия премьер-министры Роман Головченконың ҙур делегация менән - яҡынса 35 кеше менән визиты көтөлә. Уға министрлыҡтар һәм төп предприятиелар етәкселәре инә. Беларусь премьерының сәфәре сиктәрендә «МАЗ» дилер үҙәген асыу, капсула һалыу һәм «Амкодор» компанияһының инвестиция проекты төҙөлөшөн башлау күҙаллана.

Төркиә менән эш әүҙем үҫешә - ул люстра етештереү буйынса үҙенең ҙур фирмаларының береһен, архитектура бюроһын, төҙөлөш компанияһын күрһәтәсәк. Үзбәкстан делегацияһы килә.

Төҙөлөш йүнәлешен иң ҙур төҙөүселәрҙең береһе тәҡдим итәсәк, бында уларҙың ағымдағы һәм яңы проекттары тураһында белергә һәм махсус хаҡ буйынса күсемһеҙ милек һатып алыу буйынса консультациялар алырға мөмкин буласаҡ - тап сара уҙғарылған көндәрҙә ташламалар ҡаралған», - тип хәбәр итте форумды ойоштороусы.

 

 Шулай уҡ төҙөлөш линияһы буйынса Рәсәйҙең алдынғы төҙөүселәре саммитын һәм Рәсәй субъекттары һәм яҡын сит илдәрҙең Төҙөүселәр ассоциациялары съезын үткәреү планлаштырылған.

 

Эшлекле һәм күргәҙмә өлөшөнән тыш, гастрономик һәм мәҙәни программалар ҙа әҙерләнгән. Министр әйтеүенсә, Өфөгә алдынғы белорус артистары - «Евровидение», «Славян баҙары» кеүек фестивалдәр лауреаттары киләсәк.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: