Рух
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2022, 22:06

БЕЛАРУСЬ ПРЕМЬЕР-МИНИСТРЫ БАШҠОРТОСТАНДА ТӨҘӨЛӘСӘК ИКЕ МИЛЛИАРД ҺУМЛЫҠ ЗАВОД УРЫНЫНДА КАПСУЛА ҺАЛАСАҠ

Башҡортостанда дөйөм хаҡы - 2 миллиард һумдан ашыу булған завод төҙөләсәк. Белоруссия премьер-министры Роман Головченконың был завод төҙөлгән урынға иҫтәлекле капсула һалыу сараһында ҡатнашырға килеүе тураһында Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә.

Бынан тыш, премьер республиканың торлаҡты сафҡа индереү йәһәтенән уңышлы позицияһы буйынса һандар килтерә - Волга буйы федераль округында икенсе һәм Рәсәйҙә етенсе урын. Быйыл был яҡынса 2 миллион квадрат метр, йәғни 20 меңдән ашыу фатир, тип билдәләй ул.

Андрей Назаров «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән Дим-Иглин участкаһында икенсе юлдар төҙөү менән Өфө тимер юл үҙәген үҫтереү проектының финанс моделен булдырыу буйынса берлектәге эш хаҡында һөйләй. Шул рәүешле 2030 йылға пассажирҙар ағымының йылына 6,5 миллионға тиклем артыуы ихтимал.

Билдәле булыуынса, Өфөлә 18-22 сентябрҙә Беренсе «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы үтә. Башҡалаға Ҡазаҡстан, Үзбәкстан, Төркиә һәм Ирандан делегациялар килеүе көтөлә.

Ә Беларусь республикаһы - конгрестың партнер иле булырға теләк белдерҙе.

(Республика матбуғаты буйынса).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: