Максим Серафимов, десантсы, Рәсәй Геройы. Рус милләтенән.
Тамерлан Илһамов, ракета ғәскәрҙәре, Рәсәй Геройы. Башҡорт.
Игорь Нәсибуллин, танксы, Рәсәй Геройы. Удмурт.
Был егеттәр Ватаныбыҙҙы һаҡлау өсөн махсус хәрби операция бурысын үтәгәндә һәләк булды. Беҙҙең ҙур, күп милләтле илебеҙҙе. Ошонда йәшәгән халыҡтар әлеге ауыр ваҡытта дошманға ҡаршы бер флаг аҫтында берләшә.
Унда, Донбаста, һуғышҡан йәштәр төрлө телдәрҙе өйрәнгән - рус, башҡорт, татар, удмурт, мари, сыуаш... Телдәр һәм мәҙәниәттәр төрлөлөгөндә һәм беҙҙең берҙәмлектә - төп көс һәм төп байлыҡ.
Шәмбе көн Өфөлә Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтте, иҫәп буйынса ул өсөнсөһө. Был һөнәр - бөгөн иң мөһиме. Тап ошо кешеләр балаларыбыҙҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләй, ғөрөф-ғәҙәттәр, бай мәҙәниәт хаҡында һөйләй, башҡа халыҡтарҙы ихтирам итергә өйрәтә, ысын илһөйәрҙәр тәрбиәләй.
Беҙ Башҡортостанда республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн күп эшләйбеҙ. Полилингваль мәктәптәр селтәрен үҫтерәбеҙ, унда балалар туған телен һәм сит телде тәрән өйрәнә. Уҡыусыларға ысынлап та белем алыу ҡыҙыҡлы булһын өсөн телдәрҙе уҡытыу методикаһын камиллаштырыу өҫтөндә күп эшләйбеҙ. Уҡыу материалдарын цифрлаштырыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Президент башланғысы менән үткәрелгән капиталь ремонт программаһына ярашлы мәктәптәрҙе ремонтлау эше бара - был да балаларҙың дәрескә йөрөргә теләге булһын өсөн мөһим.
Мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып йәш ата-әсәләрҙе өйҙә туған телдә һөйләшергә дәртләндереү. Нәҡ ғаиләлә, әкиәттәр, бишек йыры, ата-әсәнең ябай һөйләшеүҙәре аша, балаларҙың үҙ халҡының бай мәҙәниәте менән танышыуы башланырға тейеш.
Туған телдең нескәлектәрен балаларға еткереү – бик яуаплы эш. Был эштә уҡытыусы яңғыҙ түгел. Хөкүмәт тарафынан уға һәр төрлө ярҙам күрһәтелә. Беҙ бергә һәм берҙәм булғанда ғына оло маҡсаттарға етә алабыҙ. Илебеҙҙең көсө берҙәмлектә. Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ!
(Радий Хәбировтың Бәйләнештә сәхифәһенән).