Рух
+2 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Сентябрь 2022, 16:07

ФЕЛЬДШЕР-АКУШЕРЛЫҠ ПУНКТТАРЫНА ҺӘМ ТАБИП УЧАСКАЛАРЫНА – ЯҢЫ АППАРАТТАР

Талбазы үҙәк район дауаханаһы йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшенә мониторинг яһаусы  электрокардиография модулле системалары алды. Был «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә мөмкин булды.

Яңы 10 аппарат ҡулланыу өсөн бик уңайлы.  Уларҙы фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм табип участкалары фельдшерҙарына тапшырҙылар. Хәҙер улар урындарҙа пациентҡа кардиограмма төшөрөп, дистанцион рәүештә табипҡа тапшыра ала.

Район поликлиникаһының функциональ диагностика табибы Айгөл Бикбаева фельдшерҙар менән практик дәрес үткәрҙе һәм уларҙы берҙәм электрон системала мәғлүмәттәр уҙғарыу һәм теркәү техникаһына өйрәтте.

Заманса ЭКГ - аппараттар табиптарға миокард инфарктына шиктәрҙе һәм уға тиклемге торошто ваҡытында асыҡларға мөмкинлек бирәсәк.

Сығанаҡ: Талбазы үҙәк район дауаханаһының Бәйләнештәге рәсми төркөмө

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в