Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Сентябрь 2022, 15:03

БАШҠОРТОСТАНДА «ТУРИСТИК КЕШБЭК» ПРОГРАММАҺЫНЫҢ КӨҘГӨ ЭТАБЫНДА 12 ТУРОПЕРАТОР, 12 ШИФАХАНА ҺӘМ 31 ОТЕЛЬ ҠАТНАША

Башҡортостанда «Мир» системаһы картаһы буйынса түләнгән юлламалар өсөн туристик кешбэк программаһының көҙгө этабы тамамлана. Ғаризалар 10 сентябргә тиклем ҡабул ителә.  

Шуны ла өҫтәп әйтергә була, кешбэк программаһында Башҡортостандан 12 туроператор һәм шифахана, шулай уҡ республиканың 31 отеле ҡатнаша.

Уның шарттары буйынса тур хаҡынан 20 процентҡа тиклемен кире ҡайтарырға мөмкин, әммә ул 20 мең һумдан ашмаҫҡа тейеш.

Сәйәхәткә 1 октябрҙән 25 декабргә тиклем, ә круизға 1 сентябрҙән навигация тамамланғанға тиклем сығырға мөмкин. Юл дүрт көн һәм өс төн дауам итергә тейеш.

(«Башинформ» хәбәрҙәре буйынса әҙерләнде).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: