Рух
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Сентябрь 2022, 10:05

«БЕЛЕМ» ФЕДЕРАЛЬ АҢ-БЕЛЕМ МАРАФОНЫ 31 АВГУСТАН 2 СЕНТЯБРГӘ ТИКЛЕМ УҘҘЫ

Ул шулай уҡ Петербург, Түбәнге Новгород, Петропавловск-Камчатский һәм Луганск ҡалаларын үҙ эсенә алды. Һәр ҡалала бер нисә мең студент һәм мәктәп уҡыусылары өсөн 200-ҙән ашыу билдәле спикер сығыш яһаны.

«БЕЛЕМ» ФЕДЕРАЛЬ АҢ-БЕЛЕМ МАРАФОНЫ 31 АВГУСТАН 2 СЕНТЯБРГӘ ТИКЛЕМ УҘҘЫ
«БЕЛЕМ» ФЕДЕРАЛЬ АҢ-БЕЛЕМ МАРАФОНЫ 31 АВГУСТАН 2 СЕНТЯБРГӘ ТИКЛЕМ УҘҘЫ

Ул шулай уҡ Петербург, Түбәнге Новгород, Петропавловск-Камчатский һәм Луганск ҡалаларын үҙ эсенә алды. Һәр ҡалала бер нисә мең студент һәм мәктәп уҡыусылары өсөн 200-ҙән ашыу билдәле спикер сығыш яһаны.

 

Рәсәй баш ҡалаһында марафондың һуңғы көнөндә 11 лекция уҙғарҙылар. Өсөнсө көндө Сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле асты. Ул ҡунаҡтарға мәғлүмәттең ысын булыуын тикшереү һәм төрлө сығанаҡтар менән эшләү хаҡында һөйләне.

 

- Әгәр беҙ дөрөҫлөк һәм хәҡиҡәт тураһында һөйләйбеҙ икән, уны аралашмайынса, диалогһыҙ күреү һәм ишетеү мөмкин түгел. Сөнки һәр спикер, хатта иң бөйөк, иң юғары дәрәжәле, иң оҫтаһы, бөтә хәлде тулыһынса күрмәүе мөмкин. Һорауҙар ярҙамында ғына, диалог һәм төрлө фекерҙәрҙе ишетеү мөмкинлеге булғанда ғына хәҡиҡәтте табырға, бәлки, факттарҙы сағыштырырға мөмкин. Был ысынлап та дөрөҫлөктө, хәҡиҡәтте һәм ҡайҙа булыуыбыҙҙы асыҡлар өсөн яҡшы юл, - тип фекер йөрөттө Мария Захарова.

Официальный представитель Министерства иностранных дел»

Рәсәй дипломатияһының баш спикерына шәхси характерҙағы һорау ҙа бирҙеләр: мәҫәлән, уның йырҙары өсөн текстар нисек тыуа. Йәнә студенттарҙы ҡатын-ҡыҙҙың сәйәсәттәге роле, хәҙерге дипломатияның үҙенсәлектәре ҡыҙыҡһындырҙы.

 

Мәғариф министры Сергей Кравцов марафонда ҡатнашыусылар өсөн асыҡ дәрес үткәрҙе. Уның төп темалары - пионерия, Рәсәйҙә заманса балалар лагерҙары һәм йәштәр берләшмәләре: Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте, Йәш армия һәм «Оло тәнәфес».

 

- Пионер ойошмаһы аша бер нисә быуын совет кешеләре үтте. Уларҙа берҙән-бер тәрбиә системаһы булды, улар берҙәм ҡиммәттәр, берҙәм әхлаҡи нормалар менән үҫте. Пионер лагерҙары, балалар шифаханалары, тәү сиратта «Артек» был балалар хәрәкәтенең ысын символына әүерелде, - тип һөйләне Сергей Кравцов.

Марафонда ҡатнашыусыларҙың ғилми эшмәкәрлек хаҡында һорауҙарына Рәсәй президенты ярҙамсыһы Андрей Фурсенко яуап бирҙе. Ул стипендияларҙы бүлергә: ошо аҡсаға ғына йәшәгәндәргә социаль түләүҙәрҙе һәм етди фәнни уңыш күрһәткән балаларға түләүҙәрҙе арттырырға тәҡдим итте.

 

Лекцияларҙан тыш, марафонда бер нисә интерактив зона булды. Балалар йәш артистар башҡарыуында рус классиктарының шиғырҙарын тыңлай, төрлө бүләктәр ота алды, ә Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетынан - иҡтисад өлкәһе һорауҙарына яуап биреп, юғары уҡыу йортоноң фирма символикаһы төшөрөлгән беләҙектәр, көндәлектәр һәм шопперҙар алды.

Марафонда Рәсәйҙең биш ҡалаһында бөтәһе 5 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

(Рәсәй матбуғатынан).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в