Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Август , 10:44

БАТЫРХАНДЫҢ ЙӘЙГЕ КАНИКУЛДАРЫ САҒЫУ БУЛДЫ

27 августа Благовещен ҡалаһында  3D уҡтан атыу буйынса ярыштар үтте. Унда Талбазынан Фәим Ғайсин һәм уның улы Батырхан ҡатнашты.

БАТЫРХАНДЫҢ ЙӘЙГЕ КАНИКУЛДАРЫ САҒЫУ БУЛДЫ
БАТЫРХАНДЫҢ ЙӘЙГЕ КАНИКУЛДАРЫ САҒЫУ БУЛДЫ

27 августа Благовещен ҡалаһында  3 D уҡтан атыу буйынса ярыштар үтте. Унда Талбазынан Фәим Ғайсин һәм уның улы Батырхан ҡатнашты.

 

Благовещен районы хакимиәте кубогы өсөн ҡырҡлап спортсы мәргәнлектә һынашты. Өфө, Учалы ҡалаларынан, Баймаҡ, Белорет, Йылайыр, Ишембай, Ауырғазы районынан уҡсылар йыйылғайны.

Батырхан 10 - 17  йәшлектәр категорияһында өсөнсө урын яуланы. Афарин! Уның миҙалдарына тағы берәү өҫтәлде. Йәйге ял файҙалы ла, күңелле лә, һөҙөмтәле лә булды.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в