Рух
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Август 2022, 09:23

БАШҠОРТОСТАНДА ЕҢЕҮ ДИКТАНТЫНА ӘҘЕРЛӘНӘЛӘР

2022 йылдың 3 сентябрендә Башҡортостан дүртенсе тапҡыр Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары темаһына Халыҡ-ара тарихи диктант - «Еңеү диктанты-2022» сараһында ҡатнаша.

БАШҠОРТОСТАНДА ЕҢЕҮ ДИКТАНТЫНА ӘҘЕРЛӘНӘЛӘР
БАШҠОРТОСТАНДА ЕҢЕҮ ДИКТАНТЫНА ӘҘЕРЛӘНӘЛӘР

Акцияның маҡсаты – киң йәмәғәтселекте Бөйөк Ватан һуғышы тарихын өйрәнеүгә йәлеп итеү һәм тарихи белемде арттырыу. Унда бушлай һәм ирекле рәүештә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн.рәсми сайтта теркәлергә кәрәк.

Тарихи диктант тест формаһындағы 25 эштән тора, уны үтәүгә 45 минут ваҡыт бирелә. Тәү сиратта дөйөм белем биреү ойошмаларында уҙғарыла. «Еңеү диктанты-2022» акцияһын үткәреү өсөн 100-ҙән ашыу уҡыу йорто билдәләнгән дә инде. «Еңеү волонтерҙары» ирекмәндәре ойошмалары ярҙам күрһәтә һәм ҡатнашыусыларҙың мобиль ҡулайламалар менән файҙаланмауҙарын күҙәтә.

Йылдан-йыл акцияла ҡатнашыусылар һаны арта. Былтыр диктантты - 100 мең самаһы, 2021 йылда 1,5 миллион самаһы кеше яҙҙы.

https://education.bashkortostan.ru мәғлүмәттәренән.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в