Рух
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2022, 09:30

«Был минең һөнәрем» – хәҙер социаль селтәрҙәрҙә лә

Июндә Башҡортостан юлдаш телеканалында эшсе һөнәрҙәр тураһында яңы проект эш башланы  

«Был минең һөнәрем» – хәҙер социаль селтәрҙәрҙә лә
«Был минең һөнәрем» – хәҙер социаль селтәрҙәрҙә лә

«Был минең һөнәрем» мәғлүмәти-танып белеү тележурналы Башҡортостандың Урта профессиональ белем биреү системаһының үҙенсәлекле альманахына әүерелде.

Һәр сығарылышта проект геройҙары үҙҙәренең һөнәрҙәре тураһында һөйләй, оҫталыҡ һәм уңыш серҙәре менән уртаҡлаша. Бөгөн хеҙмәт баҙарында кемдәргә ихтыяж ҙур, эш биреүселәр ниндәй шарттар һәм хеҙмәт хаҡы тәҡдим итә, ҡайҙан хыял һөнәре алырға? Ошо һәм башҡа бик күп һорауҙарға профориентологтар, мәшғүллек хеҙмәте эксперттары һәм республика колледждары уҡытыусылары яуап бирә.

Проект Башҡортостан Башлығы иғлан иткән Профессиональ белем биреүҙе модернизациялау, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы бурыстарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә әҙерләнгән.

Программаның концепцияһы Рәсәй Федерацияһының Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы эксперттарынан юғары баһа алды - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы проектты тормошҡа ашырыу өсөн субсидия алды. Яңыраҡ "Бәйләнештә" социаль селтәрендә проекттың аккаунты барлыҡҡа килде

(https://vk.com/public214139892). Төркөмдә әҙер программалар һәм эфирға инмәгән эксклюзив мәғлүмәт тә донъя күрә.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: