Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Июль 2022, 10:10

«МӘРГӘН УҠСЫ» ТӨБӘК-АРА ФЕСТИВАЛЕ БАРЫШЫНДА УҠСЫЛАР ТӘҮГЕ ТАПҠЫР БАШҠОРТ МАРШРУТЫН ҮТТЕ

«Башҡорт аты» республика фестивале барышында Баймаҡ районында «Мәргән уҡсы» төбәк-ара фестивале уҙҙы. Проект ике номинацияла уҙғарылды: йәйәүле һәм һыбайлы турниры. Ат менән уҡ атыуҙа күп кенә маршрут төрҙәре айырыла. Уҡсылар тәүге тапҡыр башҡорт маршрутын үтте. Уның авторы - Рушан Хәсәнов.

«МӘРГӘН УҠСЫ» ТӨБӘК-АРА ФЕСТИВАЛЕ БАРЫШЫНДА УҠСЫЛАР ТӘҮГЕ ТАПҠЫР БАШҠОРТ МАРШРУТЫН ҮТТЕ
«МӘРГӘН УҠСЫ» ТӨБӘК-АРА ФЕСТИВАЛЕ БАРЫШЫНДА УҠСЫЛАР ТӘҮГЕ ТАПҠЫР БАШҠОРТ МАРШРУТЫН ҮТТЕ

Рушан Әбйәлил районыныҡы, Өфөлә йәшәй. Аттан уҡ атыу менән дүртенсе йыл шөғөлләнә. Өфөлә үҙенең аты бар, көн һайын күнекмәләр яһай.

 - Донъяла Корея, Венгрия һәм Төркиә маршруттары киң билдәле. Мин үҙем дә күп кенә ярыштарҙа булдым һәм ете ярышта ҡатнаштым. Шәхси тәжрибәнән сығып, "Төньяҡ амурҙары" башҡорт маршрутын булдырҙым. Ҡалмыҡ уҡсылары уның ҡатмарлы булыуын билдәләне һәм, ябайлаштырырға ярамаймы, тип ҡыҙыҡһынды. Әммә уның үҙенсәлеге тап башҡарыу ауырлығында, - тип һөйләй Рушан Хәсәнов.

Башҡортостан маршрутында стартта ике уҡ атырға кәрәк - береһе алға һәм уңға, икенсеһе артҡа, өсөнсөһөн сабып барған килеш ерҙән тартып алырға һәм сәпкә тейҙерергә кәрәк.

- Был маршрут, ысынында, уҡсыларыбыҙ өсөн яңылыҡ түгел. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт һыбайлылары күрһәтмә сығыштар менән сығыш яһаған, улар ерҙә ятҡан уҡтарҙы эләктереп алып атҡандар. Әлегә беҙ ергә ҡаҙалған уҡты алырға тырышабыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды уҡсы. Рушан Хәсәнов Әбйәлил районында тыуған, Өфөлә йәшәй. Атта уҡ атыу менән ул дүртенсе йыл шөғөлләнә. Өфөлә уның үҙенең аты бар, унда ул көн һайын күнекмәләр үткәрә.

Баймаҡ районының Граф күле буйында башҡорт тоҡомло аттарҙың «Башҡорт аты» республика фестивале үтте. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2022 йылдың 24 майындағы “Ирәндек“ башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды булышлығында ”Башҡорт аты“ башҡорт тоҡомло аттарҙың республика фестивале тураһында” ғы 242-се Указын үтәү маҡсатында уҙғарылды.

https://culture.bashkortostan.ru сайты мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнде.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: