Рух
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Июль 2022, 10:35

«БАШҠОРТ АТЫ» ФЕСТИВАЛЕНЕҢ ТӨП ЯРЫШТАРЫ ЕҢЕҮСЕҺЕ БИЛДӘЛЕ БУЛДЫ

Радий Хәбиров «Башҡорт аты» фестиваленең төп ярыштары еңеүсеһе Алмас Шөгөровты бүләкләне.

«БАШҠОРТ АТЫ» ФЕСТИВАЛЕНЕҢ ТӨП ЯРЫШТАРЫ ЕҢЕҮСЕҺЕ БИЛДӘЛЕ БУЛДЫ
«БАШҠОРТ АТЫ» ФЕСТИВАЛЕНЕҢ ТӨП ЯРЫШТАРЫ ЕҢЕҮСЕҺЕ БИЛДӘЛЕ БУЛДЫ

Баймаҡ районы заводсыһы Алмас Шөгөров 14 мең метрлыҡ арауыҡта төрлө тоҡомло аттар өсөн «Оҙон бәйге» ярыштарында еңеүсе булды.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров уға яңы “Lada Granta” автомобиленә сертификат тапшырҙы.

Бынан тыш, Радий Хәбиров дәүләт наградалары менән дә бүләкләне.

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Ираида Әбүбәкер ҡыҙы Әхәтова, Баймаҡ районының хеҙмәт ветераны Булат Ғәзиз улы Байбулов, «Ирәндек» башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фонды директоры вазифаһын башҡарыусы Айнур Ғүмәр улы Ишмөхәмәтов, Башҡорт дәүләт аграр университетының кафедра доценты Светлана Георгиевна Канарейкина, Башҡорт дәүләт аграр университетының кафедра мөдире Ирина Валерьевна Миронова Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.

Был награданы Баймаҡ районынан хеҙмәт ветераны Рим Әшрәф улы Сырлыбаев, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Денис Хәмитйән улы Өмөтбаев, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзының баш белгесе Рәшит Рифҡәт улы Шәйҙуллин, Башҡортостанда «Ирәндек» башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса хәйриә фондын ойоштороусы Алмас Шәүкәт улы Шөгөров алды.

https://bv02.info

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: