Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2022, 10:22

«БАШҠОРТ АТЫ» ФЕСТИВАЛЕ БАРА

Баймаҡ районының Граф күле янында «Башҡорт аты» фестиваленең икенсе көнө бара.

«БАШҠОРТ АТЫ» ФЕСТИВАЛЕ БАРА
«БАШҠОРТ АТЫ» ФЕСТИВАЛЕ БАРА

Сара республика Башлығының 2022 йылдың 24 майындағы «Башҡорт аты» фестивален үткәреү тураһындағы 242-се указына ярашлы ойошторола. «Ылаҡ» һәм «Ауҙарыш» уйындары үтте.

Проект сиктәрендә уҡ атыу буйынса «Мәргән уҡсы» төбәк-ара фестивале ойошторола. Был юлы бәйгелә 100-гә яҡын уҡсы ҡатнаша. Ҡалмыҡ Республикаһынан, Пермь, Силәбе, Әстрхан, Омск өлкәләренән, Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларынан да уҡсылар бар.

Рәсәйҙә тәүге ҙур ат парады үтәсәк.

Ҙур майҙансыҡ этник тематикаға бүленгән, төрлө күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре эшләйәсәк. Художество кәсептәре оҫтаханалары, ат егеү кәрәк-ярағы, уларҙы эшләү менән шөғөлләнгән оҫталар, һөнәрселәр ҡатнашлығында конкурс уҙғарыла. «Иң яҡшы ҡайыштан сбруй яһау оҫтаһы», «Аттың өҫтөнә ябыу өсөн сергетыш оҫтаһы», "Бәйге"лә иң яҡшыһы" номинацияларында ярыштар үтә.

Бөгөнгә эшлекле осрашыуҙар, фекер алышыуҙар, Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы, ат сабыштары, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.

Шулай уҡ Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академик халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары ҡатнашлығында, «Аргымак», Zainetdin, «Йатаган», Guzel dance этнотөркөмдәре, «Splash» барабан шоуы, «Дәрүиш-хан» рок төркөмө, Зилиә Бәхтиева, Иҙел Аралбаев һәм Әлфиә Ниғмәтуллина сығыш яһаясаҡ.

Фестивалде ойоштороусылар: Башҡортостан Хөкүмәте, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостан Спорт министрлығы, Баймаҡ районы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Мәргән уҡсы» ойошмаһы һ.б.
«Башҡорт аты» башланды - kurultai.ru
https://kurultai.ru/ba/content/3419-v-bajmakskom-rajone-startoval-festival-loshadej-bashkirskoj-porody-bashort-aty-bashkirskaya-loshad/
сайты мәғлүмәттәре файҙаланылды.

Фото: Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: