Рух
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2022, 12:55

112-СЕ БАШҠОРТ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫ ЯУГИРҘАРЫ ТУРАҺЫНДА ӨҪТӘЛМӘ МӘҒЛҮМӘТ ЙЫЙЫЛА

«Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизиияһы яугирҙары» тип аталған биографик белешмә тулыландырыла

112-СЕ БАШҠОРТ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫ ЯУГИРҘАРЫ ТУРАҺЫНДА ӨҪТӘЛМӘ МӘҒЛҮМӘТ ЙЫЙЫЛА
112-СЕ БАШҠОРТ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫ ЯУГИРҘАРЫ ТУРАҺЫНДА ӨҪТӘЛМӘ МӘҒЛҮМӘТ ЙЫЙЫЛА

2019 йылда «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» «Шайморатов вариҫтары» тигән халыҡ проектын тормошҡа ашырҙы. Ул легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары – Шайморатовсылар тураһында мәғлүмәт йыйыуға йүнәлтелде.

Йыйылған материалдар йомғаҡтары буйынса 2021 йылдың 24 февралендә  «Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизиияһы яугирҙары» тип аталған биографик белешмә баҫтырып сығарылды, уның электрон версияһы  (http://112bkd.ru/) булдырылды. Ошо электрон вариантты даими тултырырға, яңыртырға, дөрөҫләргә мөмкин.

Был проект йәмғиәттә киң резонанс тыуҙырҙы. Белешмәгә исемдәре индерелмәгән яугирҙарҙың туғандарының күп мөрәжәғәт итеүҙәрен иҫәпкә алып,  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәғлүмәттәрҙе тултырып яңынан баҫтырыуҙы ойошторҙо.

Анкетаның электрон вариантын «Бәйләнештә» социаль селтәренең «Шаймуратовцы/Шайморатов вариҫтары» төркөмө сәхифәһендә (https://vk.com/shaimuratov120) табырға була.

Мәғлүмәттәрҙе [email protected] электрон адресына  2022 йылдың 15 июленә тиклем ҡушымтала бирелгән форма буйынса ебәрергә кәрәк.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: