Рух
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2022, 16:01

«Первушино» аэродромында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған ҙур авиация байрамы үтәсәк

Шәмбе көнө, 9 июлдә, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы «Первушино» аэродромында ҙур авиация байрамы Первушино AviaFest  ойоштороласаҡ.

«Первушино» аэродромында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған ҙур авиация байрамы үтәсәк
«Первушино» аэродромында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, осоусы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған ҙур авиация байрамы үтәсәк

Сара көндөҙгө сәғәт 1-ҙә (13:00) асыла, киске 8-ҙә (20:00) тамамлана. Инеү ирекле.

Байрамда яңғыҙ һәм төркөм пилотажы программаһы менән бөтә Рәсәйҙән 50-нән ашыу самолет һауаға күтәреләсәк.

 

 Бөйөк Ватан һуғышын үткән, миллионлаған совет һалдаттарына ла ҡанат биргән легендар По-2 самолеты (1942 йылда сығарылған) күрһәтмә осош яһаясаҡ. Аэродром майҙансығында авиация техникаһы күргәҙмәһе була. Самолеттар менән фотозона эшләй.

Байрам ҡунаҡтарын Өфө ҡалаһының иң яҡшы коллективтары һәм Башҡортостан йондоҙҙары ҡатнашлығындағы мауыҡтырғыс концерт программаһы, шулай уҡ Беларустан килгән авиация йырҙарының билдәле авторы Николай Анисимовтың сығышы көтә. Байрамда фуд-корт зонаһы, балалар һәм өлкәндәр өсөн күңел асыу урыны, уйын майҙансыҡтары, ижади оҫталыҡ дәрестәре эшләй, шулай уҡ юлһыҙ ерҙән дә үтә алған техника (внедорожник) тест-драйвы була.

Фестивалдең һәр ҡунағы хәйриә уйынында ҡатнаша ала. Компания менән самолетта осоу, спорт велосипедтары, заманса гаджеттар, автомәктәпкә уҡыу һәм башҡа бик күп ҡиммәтле бүләктәр оттороласаҡ! Һатып алған һәр билет - отошло, хужаға стоматология клиникаһында бушлай ҡабул итеү, һүрәт төшөрөү студияһында дәрестәргә йөрөү, батут паркына барыу, шулай уҡ мобиль телефонды хеҙмәтләндереү мөмкинлеге бирелә.

Тулыраҡ мәғлүмәтте сараны ойоштороусыларҙан асыҡлағыҙ һәм мәғлүмәт ресурстарында уҡығыҙ. Аҡсалар үҙенсәлекле балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәк. Фестиваль аҙағында һауа шарҙары фиестаһы уҙғарыла, теләгән һәр кем аэродром биләмәһен ҡош бейеклегенән ҡарай аласаҡ.

Сараға шәхси автотранспортта йәки Башавтотранс автобусында килергә мөмкин. Ул көндөҙгө 12-се яртынан киске 8-гә тиклем «Көньяҡ автовокзал - Первушино» маршруты буйынса йөрөй.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: