Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2022, 13:38

Ирәмәл тауына менгәндә ғәжәп матурлыҡтар күрергә була!

«Үлем үҙәне» һәм «Батша һуҡмағы», таш йылғалар, тау күлдәре, альп туғайҙары һәм икһеҙ-сикһеҙ ылыҫлы урмандар. Был иҫ киткес матурлыҡты һоҡланғыс Ирәмәл тауына артылғанда күрергә була. Был тауҙы көс биреү урыны тип һанайҙар һәм Мысыр йәки Майя пирамидаларына тиңләйҙәр. Июлдә бында ҡар ята, аяҙ күк йөҙөн күҙ асып йомғансы дауыл менән алмашыныуы мөмкин. Тау һуҡмағы буйлап күтәрелгәндә сәйәхәтсе бер нисә ландшафт һәм климат зоналарын үтә: тайганан тундраға тиклем, үҙәндәрҙән поляр зонаға ҡәҙәр. Һәм бында бөтә хыялдар тормошҡа аша, тиҙәр... Беҙҙең роликты ҡарап илһамланып, Ирәмәлгә юлланығыҙ,дуҫтар! 

Ирәмәл тауына менгәндә ғәжәп матурлыҡтар күрергә була!
Ирәмәл тауына менгәндә ғәжәп матурлыҡтар күрергә була!

Был тауҙы көс биреү урыны тип һанайҙар һәм Мысыр йәки Майя пирамидаларына тиңләйҙәр.

Июлдә бында ҡар ята, аяҙ күк йөҙөн күҙ асып йомғансы дауыл менән алмашыныуы мөмкин. Тау һуҡмағы буйлап күтәрелгәндә сәйәхәтсе бер нисә ландшафт һәм климат зоналарын үтә: тайганан тундраға тиклем, үҙәндәрҙән поляр зонаға ҡәҙәр. Һәм бында бөтә хыялдар тормошҡа аша, тиҙәр...

Беҙҙең роликты ҡарап илһамланып, Ирәмәлгә юлланығыҙ,дуҫтар! 

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: