Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2022, 14:54

850-нән ашыу паралимпиясы «Беҙ бергә. Спорт» йәйге уйындарында ҡатнашасаҡ

 Паралимпиясыларҙың «Беҙ бергә. Спорт» йәйге уйындарында 850 атлет ҡатнашырға ниәтләй

850-нән ашыу паралимпиясы «Беҙ бергә. Спорт» йәйге уйындарында ҡатнашасаҡ
850-нән ашыу паралимпиясы «Беҙ бергә. Спорт» йәйге уйындарында ҡатнашасаҡ

850-нән ашыу спортсы «Беҙ бергә. Спорт» Йәйге паралимпия уйындарында ҡатнашырға планлаштыра, тип белдерҙе Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко.

Уйындар 2022 йылдың 2-9 октябрендә Сочиҙа үтә. Уларҙың программаһына туғыҙ спорт төрө: еңел атлетика, йөҙөү, өҫтәл теннисы, уҡ атыу, паратхэквондо, коляскала фехтование, церебраль фалиж менән сирләгән кешеләрҙең футболы, шулай уҡ шашка һәм шахмат инәсәк.

 

«Паралимпиясыларҙың йәйге уйындары «Беҙ бергә. Спорт» хәрәкәте эгидаһы аҫтында үтәсәк тағы ла бер ҙур ярыш буласаҡ.

Ханты-Мансиҙа паралимпиясыларҙың ҡышҡы уйындарының популяр булыуы был сараны үткәреүҙең, шул иҫәптән сит ил командалары өсөн дә, актуаллеген раҫлай. Сочиҙа йәйге уйындарҙа 850-нән ашыу спортсы ҡатнашырға ниәтләй, шул иҫәптән уларҙың 150-һе - Белоруссия, Әрмәнстан һәм Төркмәнстан вәкилдәре. БРИКС, ШОС һәм бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән дә спортсылар ҡатнашыуын ойоштороу буйынса эш алып барыла»», - тип Чернышенко телмәренән өҙөмтә килтерә матбуғат хеҙмәте.

 

https://rsport.ria.ru материалы буйынса әҙерләнде.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: