Рух
-5 °С
Ясно
Новости
29 Июня 2022, 12:04

ИЮЛДӘ ТҮРҺӘГӘҘЕЛӘР ЙЫЙЫН ЙЫЯ

2022 йылдың 16 июлендә Түрһәгәҙе ауылында “Тарихын белгәндең быуыны ныҡ булыр!” тип исемләнгән йыйын үткәрелә. Ул йәмле Түрһәгәҙе йылғаһы буйындағы аҡланда буласаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
ИЮЛДӘ  ТҮРҺӘГӘҘЕЛӘР  ЙЫЙЫН  ЙЫЯИЮЛДӘ  ТҮРҺӘГӘҘЕЛӘР  ЙЫЙЫН  ЙЫЯ
ИЮЛДӘ ТҮРҺӘГӘҘЕЛӘР ЙЫЙЫН ЙЫЯ

Ауыл халҡын, ситтәге туған-тыумасаларҙы, ҡәрҙәштәрҙе осраштырыу, шәжәрәләрҙе барлау маҡсаты менән ойошторолған был сараның программаһы бай. Унда шәжәрәләр конкурсы, милли көрәш, йәйәнән уҡ атыу, башҡа халыҡ уйындары ингән. Әлбиттә, бай йөкмәткеле концерт та була.

Әйткәндәй, данлыҡлы, легендар “Йәшел береттар” ансамбленең сығышы, шулай уҡ Өфөнән яратҡан йырсыбыҙ Раил Өмөтбаевтың килеүе көтөлә.

 

Фотола: 2016 ауылда үткән “Туғандарҙың ҡәҙерен беләйек” байрамынан күренештәр.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас