Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь 2022, 09:59

2022 йылда юғары уҡыу йорттары абитуриенттары документтарҙы бер нисә юл менән тапшыра ала

20 июндә Рәсәй юғары уҡыу йорттарына документтар ҡабул итеү башланды

2022 йылда юғары уҡыу йорттары абитуриенттары документтарҙы бер нисә юл менән тапшыра ала
2022 йылда юғары уҡыу йорттары абитуриенттары документтарҙы бер нисә юл менән тапшыра ала

Рәсәй Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы 33 педагогия вузында һәм 12 филиалда педагогик йүнәлештәр һәм һөнәрҙәр буйынса 36 мең бюджет урыны, маҡсатлы уҡытыу өсөн 5,5 меңдән ашыу урын, шулай уҡ хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре һәм ҡайһы бер федераль дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәре өсөн квота буйынса 3 меңдән ашыу урын бүленгән.

Университетҡа документтарҙы үҙеңә алып барырға, почта аша, юғары уҡыу йорттары сайттары, шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре» порталының «Юғары уҡыу йортона онлайн уҡырға инеү» үҙәкләштерелгән сервисы ярҙамында тапшырырға мөмкин.

Бюджетҡа, көндөҙгө бүлектә уҡыуға документтар ҡабул итеү 2022 йылдың 25 июлендә тамамлана. Ошо датанан һуң документтарҙы түләүле көндөҙгө, шулай уҡ ситтән тороп һәм киске уҡыу бүлектәренә бирергә мөмкин.

Ошо уҡыу формалары буйынса документтар ҡабул итеүҙе тамамлау датаһын вуздар үҙ аллы билдәләй һәм уның көндөҙгө уҡыу формаһына документтар ҡабул итеү тамамланған дата менән тап килеүе ихтимал. Мәғлүмәтте университеттарҙың ҡабул итеү комиссияларында уҡ аныҡларға мөмкин.

Дөйөм конкурс буйынса уҡырға инеүсе абитуриенттарҙы теркәү 3 августан 9-ына тиклем уҙа.

2022 йылдың 3 авгусына киске сәғәт 6-ға тиклем аттестаттың төп нөсхәһен һәм уҡыу йорттарының береһенә уҡырға инеүгә ризалыҡ тураһында ғариза бирмәгән абитуриенттар уҡырға алынмай. Быйыл уҡырға алыу тураһында бойороҡтар 9 августа баҫылып сығырға тейеш.

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы

Фото: Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: