Рух
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь , 09:51

ХӘБИРОВ «ҺАНЛЫ МӨЛКӘТ ҺӘМ ТӨҘӨЛӨШ» СЕРВИСЫ ТУРАҺЫНДА

Республика башлығы Радий Хәбиров уны суперсервис тип атаны һәм социаль селтәрҙәрендә был турала һөйләне

ХӘБИРОВ  «ҺАНЛЫ МӨЛКӘТ ҺӘМ ТӨҘӨЛӨШ» СЕРВИСЫ ТУРАҺЫНДА
ХӘБИРОВ «ҺАНЛЫ МӨЛКӘТ ҺӘМ ТӨҘӨЛӨШ» СЕРВИСЫ ТУРАҺЫНДА

«Беҙ республикала йәшәүселәр һәм бизнес өсөн дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә алыу мөмкин булһын өсөн күп эшләйбеҙ. Ул ваҡытты, көстө экономиялай, ә дәүләт менән үҙ-ара килешеп эш итеүе уңайлаша.

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән берлектә БР Һанлы үҫеш министрлығы әҙерләгән «Һанлы мөлкәт һәм төҙөлөш» суперсервисы хаҡында әтеп үтергә теләйем. Был сайтта төҙөлөш башлаусылар өсөн бөтә мәғлүмәт тупланған. Ул шәхси йорт төҙөргә йыйынған ябай халыҡҡа ла, ҙур биләмәләрҙе үҫтерергә ниәтләгән төҙөүсе-девелоперҙарға ла берҙәй файҙалы була ала».


Уңайлыраҡ булһын өсөн бер нисә сценарийы әҙерләнгән - һатыуҙа участка һатып алыуҙан йәки уны бушлай алыуҙан алып йорт төҙөүгә һәм селтәргә тоташтырыу өсөн килешеү төҙөүгә тиклем. Хәҙер теләһә ниндәй этапта документтар дөрөҫ тултырыу өсөн сәғәттәр буйына нормативты өйрәнергә кәрәкмәй – эҙләү өсөн мышка менән бер-ике баҫыу ҙа етә. Өҫтәүенә, бөтә хеҙмәттәрҙе лә онлайн алырға мөмкин. Әгәр кәрәкле хеҙмәтте электрон төргә күсермәһәләр, сервис уны нисек һәм ҡайҙа алырға кәрәклеген күрһәтә. Барыһы ла тиҙ һәм уңайлы, артыҡ мәшәҡәтһеҙ.

Суперсервистың үҫеше дауам итеүе бик мөһим. Мәҫәлән, тормоштоң төрлө хәлдәре бүлеге ҡулланыусыларҙың ихтыяждарын иҫәпкә алып тулыланасаҡ.

Сервисҡа инеү өсөн һылтанма: https://stroyka.bashkortostan.ru/

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в