Рух
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2022, 09:25

РЕСПУБЛИКАНЫҢ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МИНИСТРЛЫҒЫ ПЕТЕРБУРГ ТРАКТОР ЗАВОДЫ МЕНӘН ХЕҘМӘТТӘШЛЕК ИТЕҮЕН ДАУАМ ИТӘСӘК

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов эш сәфәре менән Петербург трактор заводында булды, унда предприятиеның генераль директоры Сергей Серебряков менән осрашты.

РЕСПУБЛИКАНЫҢ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МИНИСТРЛЫҒЫ ПЕТЕРБУРГ ТРАКТОР ЗАВОДЫ МЕНӘН ХЕҘМӘТТӘШЛЕК ИТЕҮЕН ДАУАМ ИТӘСӘК
РЕСПУБЛИКАНЫҢ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МИНИСТРЛЫҒЫ ПЕТЕРБУРГ ТРАКТОР ЗАВОДЫ МЕНӘН ХЕҘМӘТТӘШЛЕК ИТЕҮЕН ДАУАМ ИТӘСӘК

Осрашыу Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашыу сиктәрендә үтте.

«Петербург трактор заводы» акционерҙар йәмғиәте менән Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы араһында 2021 йылда «Кировец» тракторын һатып алыуға республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре өсөн 5 процент күләмендә өҫтәмә ташлама биреү тураһында килешеү төҙөлгән. Хәҙер уны 2022 йылға ла оҙайтыу күҙаллана.

 


- Һәйбәт заманса техника эшләйһегеҙ, - тине Илшат Фәзрахманов. - Республика буйлап сәфәрҙәргә йөрөгәндә, баҫыуҙа эшләүсе «Кировец» тракторын күрһәм, һәр ваҡыт ҡарарға туҡтайым. Төбәк аграрийҙарына завод техникаһы оҡшаны, шул иҫәптән беҙҙең партнерлыҡ мөнәсәбәттәре арҡаһында. Һуңғы 5 йылда ғына республиканың ауыл хужалығы ойошмалары 180-дән ашыу «Кировец» һатып алған. Республиканың аграр секторында бөтәһе 930-ҙан ашыу шундай трактор иҫәпләнә.

 

 Ағымдағы йылда төбәктең ауыл хужалығы етештереүселәре 60-тан ашыу «Кировец» тракторын алыуға заявка ебәрҙе лә инде, тип өҫтәне ул.

 

Илшат Фәзрахманов Сергей Серебряковҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Почет грамотаһы тапшырҙы.

 


Белешмә өсөн:

Республиканың ауыл хужалығы предприятиеларына дәүләт ярҙамы саралары «Кировец» тракторҙарын һатып алыуға субсидиялар биреүҙе күҙ уңында тота. Агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу программаһы буйынса, республика бюджетынан яңы техника һатып алыуға сығымдарҙың яртыһы һәм республика ассоциацияһына берләштерелгән махсус ремонт предприятиеларында файҙаланыуҙа булған тракторҙарҙы капиталь ремонтлау һәм модернизациялауға сығымдарҙың 60 проценты ҡайтарыла.

«Петербург трактор заводы» акционерҙар йәмғиәте («Киров заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте компаниялар төркөмөнә инә) Рәсәйҙең иң боронғо машиналар эшләү предприятиеларының береһе, илебеҙҙә тракторҙар эшләүҙе нигеҙләүсе булып тора. Беренсе тракторҙар 1924 йылда эшләнгән.

(glavarb.ru сайты мәғлүмәттәренән).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в