«Бер нисә тема ҡаралды. Беҙҙең өсөн был ҙур баҙар, Өфө - ғәйәт ҙур агломерация икәне аңлашыла. Әммә беҙҙе ауыл бүлексәләрендәге хәлдәр борсой, беҙ уларҙы ремонтларға тейешбеҙ һәм ремонтлайбыҙ. Быйыл программаны уңышлы ғәмәлгә ашырабыҙ, 20 бүлексә асабыҙ, әммә беҙгә йөҙҙәрсә бүлексә кәрәк. Төбәк менән бергә ҡала бүлексәләрен ремонтлау программаһын, һәм, әлбиттә, логистик объекттар, Өфөлә сорттарға айырыу үҙәген төҙөүҙе һәм файҙаланыуға тапшырыуҙы финанслайбыҙ. Республика беҙҙең өсөн мөһим, Волга буйында булғанда, шуға күрә беҙгә төбәктең ярҙамын тойоу мөһим», - тип белдерҙе Максим Акимов.
Башҡортостанда «Рәсәй почтаһы»ның 1030 ауыл бүлексәһе урынлашҡан, улар республикала йәшәүсе 1,5 миллион кешене хеҙмәтләндерә. Ил президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса, 2025 йылға тиклем Башҡортостанда 786 почта бүлексәһе ремонтлана, шуларҙың 20-һе - ағымдағы йылда. Компания тарафынан почта бүлексәләрен ремонтлауға инвестицияларҙың дөйөм суммаһы 2 миллиард һум тәшкил итәсәк.
«Рәсәй Президенты ауыл бүлексәләрен ремонтлау программаһын тормошҡа ашырырға ҡарар итте. Беҙ дәүләт ярҙамы менән, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, быны бойомға ашырабыҙ», - тине «Рәсәй почтаһы» компанияһының генераль директоры.
(glavarb.ru сайты мәғлүмәттәренән).