Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2022, 12:30

Башҡортостан делегацияһы Петербургта халыҡ-ара иҡтисад форумында эш башланы

Республика етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Петербургта XXV халыҡ-ара иҡтисади форумында үҙ эшен башланы. Ул 15-18 июндә үтә.

Башҡортостан делегацияһы Петербургта халыҡ-ара иҡтисад форумында эш башланы
Башҡортостан делегацияһы Петербургта халыҡ-ара иҡтисад форумында эш башланы

Делегация программаһында - эшлекле осрашыуҙар, дискуссия майҙансыҡтары, илдең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашыу.

 

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Рәсәй төбәктәрендә инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләре менән таныштырыу сараһы була. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан унда бер юлы дүрт баҫҡысҡа күтәрелеп, бишенсе урынды алды.

2022 йылда Башҡортостандың 580 квадрат метрлыҡ төбәк стенды Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан һуң Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында иң ҙурҙарҙың береһе булды. Ул үҙ эсенә бер нисә функциональ-тематик зонаны ала. Үҙәк объект - һанлы тирмә, унда Башҡортостан һәм уның төрлө тармаҡтарҙағы төп проекттары, шул иҫәптән Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан юбилей төҙөлөштәре менән танышырға мөмкин. Стендта шулай уҡ Республика менән идара итеү үҙәге зонаһы, Күмертауҙа етештерелгән Ка-32 вертолеты рәүешендә стилләштерелгән һөйләшеүҙәр залы монтажланды.

(glavarb.ru сайты мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнде).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: