Рух
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь , 20:25

БАШҠОРТОСТАН АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МИНИСТРЛЫҒЫ ҺӘМ «ПЕГАС-АГРО» КОМПАНИЯҺЫ ТӨБӘКТЕҢ АГРОСӘНӘҒӘТ КОМПЛЕКСЫН БЕРГӘЛӘП ЯҢЫРТЫРҒА ҺӨЙЛӘШЕП КИЛЕШТЕ

15 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәрен «Пегас-Агро» предприятиеһы етештергән заманса һәм юғары етештереүсәнле техника менән тәьмин итеү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һәм «Пегас-Агро» компанияһының генераль директоры Светлана Линник ҡул ҡуйҙы.

БАШҠОРТОСТАН АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МИНИСТРЛЫҒЫ ҺӘМ «ПЕГАС-АГРО» КОМПАНИЯҺЫ ТӨБӘКТЕҢ АГРОСӘНӘҒӘТ КОМПЛЕКСЫН БЕРГӘЛӘП ЯҢЫРТЫРҒА ҺӨЙЛӘШЕП КИЛЕШТЕ
БАШҠОРТОСТАН АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ МИНИСТРЛЫҒЫ ҺӘМ «ПЕГАС-АГРО» КОМПАНИЯҺЫ ТӨБӘКТЕҢ АГРОСӘНӘҒӘТ КОМПЛЕКСЫН БЕРГӘЛӘП ЯҢЫРТЫРҒА ҺӨЙЛӘШЕП КИЛЕШТЕ

Килешеүгә ҡул ҡуйыр алдынан осрашыуҙа яҡтар агросәнәғәт өлкәһен модернизациялау өлкәһендә көнүҙәк мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә килеште.

- 2019-2021 йылдарҙа ғына республика аграрийҙары 28,6 миллиард һумға техника һәм ҡорамалдар һатып алған, - тине Илшат Фәзрахманов. - Төбәктең агросәнәғәт комплексы техник паркы был йылдарҙа 10 мең берәмеккә тиерлек яңыртылды. Агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу республика программаһы бында ҙур роль уйнай, уның буйынса республика бюджеты сығымдарҙың яртыһын ҡайтара. Былар барыһы ла тармаҡта бар технологик операцияларҙы тиҙерәк үткәрергә ярҙам итә. Яҙғы баҫыу эштәренең тәүге көндәренән аграрийҙарыбыҙ «Пегас-Агро» компанияһының үҙйөрөшлө һиптергестәрен әүҙем файҙалана. Бөгөн беҙ Башҡортостан аграрийҙары өсөн ташламалар хаҡында һөйләшеп килештек. «Пегас-Агро» Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт эшмәкәрлеге субъекттарына «Томан» бөтә моделле һиптергестәр рәтенә кәмендә 3 процент күләмендә ташлама бирә. Беҙҙең төбәк программаһы һәм «Росагролизинг»тың яңы льготалы шарттары менән берлектә был беҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн яҡшы шарттар булдырасаҡ. Үҙйөрөшлө һиптергестәр паркын әлеге 350-нән 500 берәмеккә еткерергә планлаштырабыҙ.
Светлана Линник назвала Республику Башкортостан ключевым партнером компании.

- Пока мы производим около 1000 машин в год, - сказала она. – При этом за два года только аграрии Башкортостана приобрели у нас 150 самоходных опрыскивателей модельного ряда «Туман». И до конца года думаю, приобретут еще около 50. Скоро мы запускаем новый завод и будем выпускать уже 2,5 тысячи машин в год.

Светлана Линник Башҡортостанды компанияның төп партнеры тип атаны.

Белешмә өсөн:

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында 350-гә яҡын үҙйөрөшлө һиптергес иҫәпләнә, шул иҫәптән 190 берәмек - «Пегас-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етештергән «Томан» үҙйөрөшлө һиптергестәре республика буйынса үҙйөрөшлө һиптергестәрҙең дөйөм паркында 54 процент самаһы тәшкил итә.

(glavarb.ru сайты мәғлүмәттәренән).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в