- Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы - ғәҙәттәгесә бизнес менән властың диалогы өсөн төп майҙансыҡтарҙың береһе булып тора. Быйыл форум барышында республика иҡтисадына йәлеп ителгән инвестицияларҙың дөйөм күләме 65 миллиард һумдан ашыу 31 килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана. Улар араһында иң ҙуры - «ДОМ.РФ» менән килешеү, «Ирбис-РБ яғыулыҡ компанияһы» һәм «Триа Девелопмент» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре менән юл буйы сервисын үҫтереү өлкәһендә инвестиция килешеүҙәре. «Игенде урып-йыйыуҙан һуң эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү» һәм «Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округы биләмәһендә етештереү-сервис үҙәге булдырыу» инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса холдингтың идара итеүсе компанияһы - «Амкодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән инвестиция тураһында ҙур килешеү ҙә төҙөргә ниәтләйбеҙ, - тине Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров.
Финансҡа ҡағылышы булмаған килешеүҙәр араһынан 2024 йылда Өфө ҡалаһында «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумын уҙғарыу, Рәсәйҙең 6 төбәге менән «Оло Урал» проектын тормошҡа ашырыу хаҡында, Ҡурған өлкәһе менән килешеүҙәрҙе билдәләргә мөмкин. Евразия иҡтисади үҙәген төҙөгәндә Һамар, Һарытау, Ульяновск, Пенза өлкәләре, Удмуртия Республикаһы, Пермь крайы менән үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында Меморандумға ҡул ҡуйыу ҙа мөһим.
- Был Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығына тейешле заявка биреүгә йәнә бер аҙым буласаҡ, - тип йомғаҡ яһаны Маргарита Болычева.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашыуҙарын 500-ҙән ашыу спикер, 127 илдән вәкилдәр раҫланы. Быйыл Мысыр ил партнеры булып сығыш яһай.
- Программа сараларға бай һәм делегаттарҙың спикер булараҡ профилле сараларҙа ҡатнашыуын, 40-лаған осрашыу үткәреүҙе үҙ эсенә ала, - тип билдәләне Маргарита Болычева.
Ғәҙәттәгесә, төп саралар - Петербург иҡтисади форумының пленар ултырышында ҡатнашыу һәм Стратегик башланғыстар агентлығының Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләре менән таныштырыу.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге биш төбәге иҫәбенә инде.
Төбәк етәкселегенең әһәмиәтле осрашыуҙары араһында КАМАЗ, Ростелеком, Росстандарт, ВТБ банкыһы, Росагролизинг, Газпром, РФ Йорто һәм башҡалар менән һөйләшеүҙәр айырып күрһәтелде.
Форум сиктәрендә республика стенды ойошторолған.
- Башҡортостан стенды Санкт-Петербург ҡалаһынан һуң иң ҙур төбәк майҙансыҡтарының береһе буласаҡ. Уның майҙаны, былтырғы менән сағыштырғанда, ике тапҡырға артты һәм 580 квадрат метр тәшкил итә, - тине Маргарита Болычева.
Стендты ҡарарға Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров, Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин, «Рәсәй почтаһы» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Максим Акимов, Рәсәй транспорт министрының беренсе урынбаҫары Андрей Костюк, Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин һәм башҡалар планлаштыра.
Белешмә өсөн:
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы 1997 йылдан бирле үткәрелә. Форум эшлекле даирә вәкилдәренең аралашыуы һәм Рәсәй алдында торған төп иҡтисади мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн майҙансыҡ булып тора.
(glavarb.ru сайты мәғлүмәттәренән).