Рух
0 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2022, 12:40

ТӨРКИӘ ИНВЕСТОРҘАРЫ БАШҠОРТОСТАН ТЕРРИТОРИЯҺЫНДА КӨНБАҒЫШТЫҢ ГИБРИД ОРЛОҠТАРЫН ЕТЕШТЕРЕРГӘ ПЛАНЛАШТЫРА

«Генезис Агро Трейд» компанияһы Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә көнбағыштың һәм башҡа культураларҙың гибрид орлоҡтарын етештереү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырасаҡ.

ТӨРКИӘ ИНВЕСТОРҘАРЫ БАШҠОРТОСТАН ТЕРРИТОРИЯҺЫНДА КӨНБАҒЫШТЫҢ ГИБРИД ОРЛОҠТАРЫН ЕТЕШТЕРЕРГӘ ПЛАНЛАШТЫРА
ТӨРКИӘ ИНВЕСТОРҘАРЫ БАШҠОРТОСТАН ТЕРРИТОРИЯҺЫНДА КӨНБАҒЫШТЫҢ ГИБРИД ОРЛОҠТАРЫН ЕТЕШТЕРЕРГӘ ПЛАНЛАШТЫРА

 3 июндә Сибайҙа «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында республика Хөкүмәте һәм компания араһында инвестиция ниәттәре тураһында тейешле килешеүгә ҡул ҡуйылды. Проектҡа инвестициялар күләме 142 миллион һумға баһалана. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу кәмендә 32 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

 

 


- Көнбағыш Башҡортостан Республикаһы сәсеүлектәре структураһында ярайһы ҙур өлөш алып тора, төбәктә уны эшкәртеү һәм үҫемлек майын етештереү буйынса ике ҙур предприятие эшләй, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов килешеүгә ҡул ҡуйыу йомғаҡтары буйынса. - Импортты, айырыуса көнбағыш гибридтарын алмаштырыу мәсьәләһе бөгөн көнүҙәк булып тора. Әлеге ваҡытта инвестиция проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ауыл хужалығы культураларын үҫтереү өсөн ер участкаларын һайлау алып барыла.


Белешмә өсөн:

«Генезис Агро Трейд» компанияһы 2006 йылдан алып бөртөклө, ҡуҙаҡлы культураларҙы экспортҡа оҙатыуға һәм орлоҡтар селекцияһына махсуслашҡан Төркиәнең  Genesis Seed & Meya Tohum холдингының филиалы булып тора. Филиал Яҡын Көнсығыш, Европа, Азия һәм донъяның башҡа төбәктәренә ауыл хужалығы культураларының киң ассортиментын оҙатыу менән шөғөлләнә. Бынан тыш, орлоҡсолоҡ һәм ауыл хужалығы тикшеренеүҙәрен үткәреү буйынса хеҙмәттәр күрһәтәләр.

 

 Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в