Рух
+8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2022, 10:05

ТӨРКИӘ БАШҠОРТОСТАНДА ПОЧЕТЛЫ КОНСУЛЛЫҠ АСЫЛЫУЫН КӨТӘ: «УРАЛ АРЪЯҒЫ-2022» ИНВЕСТИЦИЯ ҺАБАНТУЙЫНДА РӘСӘЙ-ТӨРКИӘ ЭШЛЕКЛЕ БӘЙЛӘНЕШТӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘЕ ТИКШЕРҘЕЛӘР

Рәсәй менән Төркиә араһындағы тышҡы сауҙа мөнәсәбәттәре бөгөн зыян күрмәгән иҡтисади өлкәләрҙең береһе булып ҡала.

ТӨРКИӘ БАШҠОРТОСТАНДА ПОЧЕТЛЫ КОНСУЛЛЫҠ АСЫЛЫУЫН КӨТӘ: «УРАЛ АРЪЯҒЫ-2022» ИНВЕСТИЦИЯ ҺАБАНТУЙЫНДА РӘСӘЙ-ТӨРКИӘ ЭШЛЕКЛЕ БӘЙЛӘНЕШТӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘЕ ТИКШЕРҘЕЛӘР
ТӨРКИӘ БАШҠОРТОСТАНДА ПОЧЕТЛЫ КОНСУЛЛЫҠ АСЫЛЫУЫН КӨТӘ: «УРАЛ АРЪЯҒЫ-2022» ИНВЕСТИЦИЯ ҺАБАНТУЙЫНДА РӘСӘЙ-ТӨРКИӘ ЭШЛЕКЛЕ БӘЙЛӘНЕШТӘРЕН ҮҪТЕРЕҮҘЕ ТИКШЕРҘЕЛӘР

Сибайҙа «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында Башҡортостан менән Төркиә Республикаһының традицион ныҡлы эшлекле бәйләнештәрен үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде. «Үҙгәреп тороусы донъя шарттарында Рәсәй-Төркиә эшлекле бәйләнештәре: Евразия йөрәгенән ҡараш» сессияһын Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы һәм Төркиә Республикаһында «Офис-төркөм» Башҡортостан Конгресс-бюроһы вәкиллеге ойошторҙо.

 


- Төркиә бөгөн Рәсәй менән контакттарҙа конструктив ҡараш күрһәтә, илебеҙгә ҡаршы санкциялар сәйәсәтендә ҡатнашыуҙан баш тартып ҡына ҡалмай, ә аралашсы ролен дә әүҙем башҡара. Көнбайыш эмбарго шарттарында Рәсәйҙең экспорт-импорт эшмәкәрлеге контексында Төркиәнең әһәмиәте арта. Беренсенән, илебеҙҙә етештерелгән агропродукцияны һатыусы иң ҙур төбәк булды. Башҡортостан шулай уҡ Төркиә менән сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереүгә өлөш индерә, ул бөтә партнерҙарыбыҙ араһында 12-се урынға күтәрелде лә инде. Иң мөһиме, Башҡортостанда проекттарын тормошҡа ашырған төрөк инвесторҙарының һаны үҫә, - тип һөйләне тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова.

 



- Ике йыл эсендә Рәсәй менән Төркиә араһында тышҡы сауҙа әйләнеше яртылаш артҡан. Маҡсатыбыҙ - 2023 йылға уны 100 миллиард долларға тиклем еткереү, әммә минеңсә, уға иртәрәк ирешербеҙ. Әлбиттә, импорт-экспорттың ҙур өлөшө ауыл хужалығы продукцияһына һәм энергия сығанаҡтарына тура килә. Мәҫәлән, 14 миллион тонналап нефть сығарған «Башнефть» күрһәткестәрен иғтибар менән күҙәтәбеҙ, сөнки Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеүгә беҙҙең ҡыҙыҡһыныуыбыҙ, атап әйткәндә, энергия сығанаҡтары һәм нефть химияһы продукцияһы менән сауҙа итеүҙә. Ләкин Төркиә ауыл хужалығы продукцияһы, аҙыҡ-түлек, ағас материалдар һәм ҡағыҙ менән дә ҡыҙыҡһына, - тип һөйләне Төркиә Республикаһының Рәсәйҙәге Генераль консулы Исмет Эрикан.

.

- Экспорт архитектураһы үҙгәреш кисерһә лә, бөгөн Рәсәй менән әйләнеш арта. Башҡортостанға килгәндә, Төркиә баҙарын продукция менән тәьмин итеү буйынса ул 7-се урынға сыҡты. Әммә кире бәйләнеш тә арта - Башҡортостан ерендә фабрика төҙөлгән һәм эшләй, Төркиә компаниялары Башҡортостанда юл һәм күперҙәр һала. Башҡорттар төрөк инвесторҙарын үҙ еренә саҡырыу өсөн барыһын да эшләй, уңайлы шарттар тыуҙыра. Мин Төркиәнең республикала фармацевтикаға һәм станоктар эшләүгә ҡыҙыҡһыныуы арта барыуын билдәләй алам. Төркиәлә Хәбиров әфәндене бик көтәбеҙ, пандемия арҡаһында сәфәр кисектерелә килде. Башҡортостанда республикабыҙҙың Почетлы консуллығын тиҙерәк асыуҙарын көтәбеҙ, - тип йомғаҡланы Исмет Эрикан.




Башҡортостанда инвестиция проекттарын аҙағына еткерергә ниәтләүе һәм республикаға тулыһынса ышаныс белдереүе тураһында «Башинформ» холдингының директорҙар советы ағзаһы Угур Фатиноглу белдерҙе.

 

- Үҙебеҙҙең холдингта алты ҡулланыусылар секторында етештереүҙе үҫтерәбеҙ. Беҙҙең заводтар әлегә тиклем Төркиәнән тыш Ҡытайҙа һәм Канадала бар ине, дөйөм алғанда 75 илгә продукция һатабыҙ. Рәсәйҙә пластик торбалар, сантехника һәм радиаторҙар етештереүҙе локалләштереү өсөн Башҡортостанды һайлағандар, етмәһә, бер төбәк тә бындай иғтибар һәм уңайлы шарттар тәҡдим итә алмаған. Бер производство - «Өфө» индустриаль паркында, артабан «Алға» махсус иҡтисади зонаһында урынлашасаҡ, - тип аңлатты Угур Фатиноглу.

 

Шулай уҡ «Meya Tohum» орлоҡ етештереү компанияһы партнеры Бедирхан Һарыҡорт Төркиә бизнесының Рәсәйгә ҡарата мөнәсәбәтенең үҙгәрмәүен раҫланы: «Илегеҙ бығаса булмаған баҫымға дусар булды, ләкин беҙ һеҙҙең менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтерәсәкбеҙ. Орлоҡ продукцияһын экспортҡа оҙатыу өсөн, ҡағиҙә булараҡ, ике-өс йыл кәрәк. Әле беҙ ошо осорҙо тамамланыҡ - һәм РФ ихтыяжы булған орлоҡ продукцияһы етештерә башлайбыҙ».

 

 - Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә Төркиәнән килгән ҡунаҡтар Башҡортостандың ышаныслы эшлекле партнеры һәм инвестициялар өсөн абруйлы территория булыуын раҫланы – тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

 Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в