Рух
+15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь , 09:11

КИСӘ... МОРАҘЫМДАРҒА ЕҢЕҮ ТЕЛӘЙБЕҘ!

Кисә, 3 июлдә, «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусы ауылдар презентация яҡланы. #Ауырғазырайоны #Трезвоесело2021года #ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #Айыҡауыл2021

КИСӘ... МОРАҘЫМДАРҒА ЕҢЕҮ ТЕЛӘЙБЕҘ!
КИСӘ... МОРАҘЫМДАРҒА ЕҢЕҮ ТЕЛӘЙБЕҘ!

Өфөлә «Айыҡ ауыл» төбәк конкурсында ҡатнашыусы «Эре тораҡ пункттар» категорияһына ҡараған ауылдар баһалама ағзалары алдында үҙҙәренең презентацияһын яҡланы.

Белеүегеҙсә, район этабында еңеү яулаған Мораҙым ауылы тап ошо категорияға ингән. Үткән йылдан башлап ауыл халҡы төрлө спорт ярыштары, республика кимәлендәге саралар ойошторҙо. Әле май айында ғына «Меркет мәргәне» бәйгеһе төрлө яҡтан уҡсыларҙы берләштерҙе, күркәм байрам булды. Һәм, әйтергә кәрәк, улар барыһы ла юғары кимәлдә үтте.

Презентацияны яҡлауҙа район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов та ҡатнашты. Йомғаҡлау июнь аҙағында буласаҡ.

Батырҙар төйәге тигән исем менән билдәле булған, ауылдан төрлө өлкәлә билдәле кешеләр сыҡҡан Мораҙым ауылына еңеү яулауын ысын күңелдән теләйбеҙ!

#Ауырғазырайоны #Трезвоесело2021года #ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #Айыҡауыл2021

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в